Ғафурова Зөһрә Мофазал ҡыҙы

Ғафурова Зөһрә Мофазал ҡыҙы (15 сентябрь 1940 йыл) — паразитолог-гельминтолог. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (1997)[1].

Биографияһы

Зөһрә Мофазал ҡыҙы Ғафурова 1940 йылдың 15 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуа[1]. 1963 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң Ҡырмыҫҡалы районында туберкулёз диспансерының баш табибы булып эшләй, 1968—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университетында эшләй, 1994 йылдан алып медицина биологияһы һәм генетика кафедраһы мөдире, 2004 йылда Мәскәүҙә Рәсәй медицина Дипломдан һуң белем биреү академияһында, 2005—10 йылдарҙа Мәскәүҙә Рәсәй сауҙа-иҡтисады университетында уҡыта.

Фәнни тикшеренеүҙәре

1982 йылда медицина фәндәре кандидатына дәғүә итеп, «Особенности эпидемиологии и профилактики тениаринхоза на территориях функционирования индустриальных комплексов по откорму крупного рогатого скота» темаһына диссертация яҡлай. 1996 йылда Мәскәүҙә «Эколого-социальные основы эпидемиологии и профилактики основных гельминтозов на Южном Урале» темаһына докторлыҡ диссертация яҡлай[2]. Фәнни тикшеренеүҙәре кеше гельминтоздары эпидемиологияһы мәсьәләләренә арналған. Ғафурова тарафынан Көньяҡ Уралдың төрлө климатик зоналары өсөн гельминтоздарҙы иҫкәртеү буйынса саралар программаһы төҙөлә. Уның ҡатнашлығында паразитар ауырыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса федераль санитар ҡағиҙәләр, норма һәм гигиена нормативтары эшләнә. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Һайланма хеҙмәттәре

  • Использование животноводческих стоков, сточных вод и их осадков для орошения и удобрения сельскохозяйственных культур. М., 1995 (авторҙашта).
  • Эпидемиология и борьба с описторхозом в Башкортостане