Ғиззәтуллин Фәйзи Карам улы
Биографияһынан
Фәйзи Карам улы Ғиззәтуллин Өфө ҡалаһында 1959 йылдың 18 мартында тыуған.
1966 — 1976 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 113-сө мәктәбендә уҡый.
1983 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Икенсе юғары белемде Санкт-Петербург дәүләт университетында ала һәм юрист һөнәренә эйә була. Юридик фәндәр кандидаты.
“Буревестник” Балалар спорт йәмғиәте (ДСО) тәрбиәләнеүсеһе. Уны спортҡа тренеры З.Х.Адеев әҙерләгән.
1980–1982 йылдарҙа СССР йыйылма командаһына ағзаһы.
Артабан банк системаһында эшләй, банк эшмәкәрлеге буйынса хеҙмәттәр яҙа.
Спорт ҡаҙаныштары
- Ике тапҡыр Бөтә Союз универсиадаһы чемпионы (1980).
- Ике тапҡыр РСФСР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёры (1981)[1].
Фәнни хеҙмәттәре
- Банковское право.Учебник для магистров (Е. М. Ашмарина,Ф. К. Гизатуллин (авторҙаш),Г. Ф. Ручкина) [2]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ғиззәтуллин Фәйзи Карам улы [1] 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Банковское право.Учебник для магистров (Е. М. Ашмарина,Ф. К. Гизатуллин (авторҙаш),Г. Ф. Ручкина) - Москва, 2014 [2]
Сығанаҡтар
Һылтанмалар
- Ғиззәтуллин Фәйзи Карам улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 март 2021)