Ғизәтуллина Рәшиҙә Хәй ҡыҙы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тыуған көнө 15 март 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (68 йәш)
Уҡыу йорто
Һөнәр төрө уҡытыусы
Гражданлығы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған урыны
Файл:Рәшиҙә Ғизәтуллина сығыш яһай.jpg

Ғизәтуллина Рәшиҙә Хәй ҡыҙы (15 март 1957 йыл — мәғәриф өлкәһе ветераны, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1994). Бөрйән ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе. Бөрйән «Кәрәҙ» биҙәү-ҡулланма сәнғәте халыҡ клубы етәксеһе. 2016 йылдан Башҡорт Википедияһы ирекмәне.

Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Ғизәтуллина 1957 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Аҫҡар ауылында тыуған.

1972 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбендә һигеҙ класс тамамлай.

1972—1976 йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында уҡый һәм махсус урта һөнәри белем ала.

1977—1981 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башланғыс класс уҡытыусылары әҙерләү бүлегендә уҡый.

Диплом буйынса махсус һөнәре: башланғыс кластар уҡытыусыһы. Өҫтәмә квалификацияһы: Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы уҡытыусыһы.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәғариф системаһында үтә.

1994 йылда «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» исеме бирелә.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • 2009 йылда Бөрйәндә «Кәрәҙ» биҙәү-ҡулланма сәнғәте клубын ойоштора. 2015 йылдан ойошма «Кәрәҙ» биҙәү-ҡулланма сәнғәте халыҡ клубы исемен йөрөтә.
  • 2014 йылдан алып коммерцияға ҡарамаған «Ағинәй» төбәк-ара мәҙәни, социаль, рухи үҫеш йәмәғәт ойошмаһының Бөрйән районындағы филиалы етәксеһе итеп һайлана.

Конкурстарҙа, фестивалдәрҙә, байрамдарҙа ҡатнашыуы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» республика марафоны (2014);
  • «Башҡорт балы — Бөрйән даны» халыҡ-ара этнофестивале (2014, 2016, 2017);
  • Инвалидтар араһында Спартакиада (2016);

Уның тураһында матбуғат

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәҡәләләре һәм сығыштары

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1994)
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы (2020)