Ғизәтуллин
Ғизәтуллин — фамилия. Ғизәтулла исеменән алынған. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы белдергәндә Ғизәтуллина варианты ҡулланыла.
- Ғизәтуллин Хәмит Нурислам улы (1932—2026) — СССР һәм Рәсәй иҡтисадсыһы, металлургия процестарын иҡтисади-математик моделләү теорияһы һәм практикаһы өлкәһе белгесе, Рәсәй Фәндәр академияһының йәмәғәт һәм гуманитар фәндәр секцияһы буйынса (төбәк иҡтисады) мөхбир ағзаһы. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге президиумы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Фәндәр академияһы кәңәшсеһе.
- Ғизәтуллин Денис Рәшит улы (1983) — Рәсәйҙең спидвей спортсыһы. Рәсәй спорт мастеры. Шәхси зачетта ике тапҡыр Рәсәй чемпионы, команда зачетында өс тапҡыр Рәсәй чемпионы. Парҙар араһында Европа чемпионатының бронза призеры.
_____
- Ғизәтуллина Рәшиҙә Хәй ҡыҙы (1957) — мәғәриф өлкәһе ветераны, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1994). Бөрйән ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе. Бөрйән «Кәрәҙ» биҙәү-ҡулланма сәнғәте халыҡ клубы етәксеһе.