Ғизәтуллин Хәмит Нурислам улы

Хәмит Нурислам улы Ғизәтуллин (рус. Гизатуллин, Хамид Нурисламович; 1932 йылдың 10 феврале, Суйынсы-Супан, Йылайыр районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР2026 йылдың 19 марты, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — СССР һәм Рәсәй иҡтисадсыһы, металлургия процестарын иҡтисади-математик моделләү теорияһы һәм практикаһы өлкәһе белгесе, 1991 йылдың 7 декабренән Рәсәй Фәндәр академияһының йәмәғәт һәм гуманитар фәндәр секцияһы буйынса (төбәк иҡтисады) мөхбир ағзаһы. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге президиумы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Фәндәр академияһы кәңәшсеһе.

Биографияһы

1952 йылда Баймаҡ тау-металлургия техникумын тамамлай. 1952—1956 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлай (1963), 1968 йылға тиклем уҡыу МИАН-дың Свердловск бүлексәһендә аспирантурала уҡый. Иҡтисад фәндәре докторы (1979), профессор (1982). СССР Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Математика һәм механика институтында (1963—1979) һәм иҡтисад институтында (1979—1985) эшләй. 1985 йылдан — СССР Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Башҡортостан ғилми үҙәгенең Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире, 1987 йылдан — Башҡортостан ғилми үҙәге президиумы рәйесе урынбаҫары. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Иҡтисад һәм социология институты директоры (1992—1997).

Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй, Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Иҡтисад институтының төп ғилми хеҙмәткәре, баш ғилми хеҙмәткәре, Өфө дәүләт авиация техник университеты иҡтисад факультетының һалымдар һәм йыйымдар кафедраһы профессоры була.

2026 йылдың 19 мартында 95-се йәшендә вафат була[1]. Хушлашыу 2026 йылдың 20 мартында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгендә үтә[2].

Ғаиләһе

3 балаһы, ейән-ейәнсәрҙәре бар. Улы — Ғизәтуллин Тимур — «Матрица»[3], «Мастер вин» һәм «Новое время»[4] супермаркет селтәре хужаһы була.

Төп эштәре

Монографиялары

  • Моделирование металлургического комплекса: региональный аспект. М.: Наука, 1988 (в соавт. с В. В. Добродеем)
  • Эффективность природоохранительной деятельности и моделирование рационального природопользования. Уфа, 1988;
  • Концепция охраны окружающей среды и рационального использования природных ресурсов РБ. Уфа: УНЦ РАН, 1993;
  • Структурные преобразования в экономике. Екатеринбург: ИЭ УрО РАН, 2000;
  • Проблемы управления сложными социально-экономическими системами. Екатеринбург: Экономика, 2005 (в соавт. с Д. А. Ризвановым);
  • Экономико-математический анализ классических моделей потребления. Уфа: УГАТУ, 2006;
  • Экономико-математические основы управления конкурентоспособностью регионов. М: Экономика, 2007 (в соавт. с И. З. Мустаевым).

Мәҡәләләре

  • Некоторые математические модели развития горно-металлургического комплекса // Экономика и математические методы. 1969. № 6;
  • Об одной модели управления доменным процессом // Экономика и математические методы. 1971. № 1;
  • Замыкающие затраты на железорудные ресурсы // Экономика и математические методы. М., 1978;
  • Проблема выбора оптимальной структурной политики региона // Общество и экономика. 1994. № 7-8;
  • Концепция устойчивого развития: новая социально-экономическая парадигма // Общественные науки и современность. 1998. № 5 (в соавт. с В. А. Троицким);
  • Системный анализ эффективности трудового потенциала // Экономика региона. 2005. № 1;
  • Стратегические проблемы ценообразования // Экономическая теория. 2007. № 1.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл миҙалы;
  • СССР Фәндәр академияһы Президиумы грамотаһы;
  • Рәсәй Фәндәр академияһы Президиумы грамотаһы[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Состав Академии (билдәһеҙ). Российская академия наук (март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2026.
  2. Ушёл из жизни член-корреспондент РАН, доктор экономических наук, профессор Гизатуллин Хамит Нурисламович (билдәһеҙ). ufaras.ru (19 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2026.
  3. Экс-владельца «Матрицы» и его родных привлекли к субсидиарной ответственности. Коммерсантъ (9 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2026.
  4. Уфимские «Мастер Вин» и «Холдинг Матрица» ушли под наблюдение (рус.). ufa.rbc.ru (19 ғинуар 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2026.

Тема буйынса өҫтәмә