Ғилемдар (исем)

Викидата элементы юҡ

Ғилемдар — башҡорт һәм төрки мосолман ир-ат исеме.

Этимологияһы

Ғилемдар исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән һәм ғилем + дар , ғилеме булған, ғилемле тигәнде аңлата[1].

Билдәле шәхестәр

Рамазанов Ғилемдар Йыһандар улы (16 июнь 1923 йыл — 25 август 1993 йыл). Бәләбәй кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы) Иҫке Балаҡ ауылында тыуған. — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағир, әҙәбиәт белгесе һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1950 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1966). СССР-ҙың VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1982). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973), ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры.

Миңлеғужин Ғилемдар Абдулла улы (1926—29.11.2016), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1988—2000 йылдарҙа Стәрлетамаҡ тәжрибә-етештереү хужалығының Мырҙаш бүлексәһе идарасыһы. Бер нисә саҡырылыш ауыл һәм район Советтары депутаты. Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Яңы Ҡалҡаш ауылынан.

Рамазанова Гөлназ Гилемдаровна Рус әҙәбиәте кафедраһы: доцент, филология фәндәре докторы БДПУ.

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ