Ғилемйәнов Дмитрий Маратович

Ғилемйәнов Дмитрий Маратович (24 ноябрь 1985 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. «Дортрансстрой» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры (2017 йылдан). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2023) менән наградланған. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2024). Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1][2].

undefined

Биографияһы

Дмитрий Маратович Ғилемйәнов 1985 йылдың 24 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрө ҡалаһында тыуған.

2007 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, иҡтисадсы-менеджер һөнәре алып сыға[2].

Хеҙмәт юлын «Агродорспецстрой» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттә төҙөлөш-монтаж эштәре мастеры булып башлай (2007). Һуңынан шул уҡ ойошмала участка начальнигы була.

2008—2011 йылдарҙа «Мастер Бетона» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры вазифаһында эшләй.

2012—2017 йылдарҙа «Дортрансстрой» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең производство бүлеге начальнигы, директорҙың производство буйынса урынбаҫары, производство буйынса директоры була. 2017 йылда бер ни тиклем «2-се юл-төҙөлөш идаралығы» директоры булып эшләп ала.

2017 йылдан «Дортрансстрой» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры[1][2].

Ғаиләһе

Күп балалы атай — тормош иптәше менән ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләй[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2024)[1][3].
• Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2023)[4]

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә