Ғүмер төймәһе

Ғүмер төймәһе — Рәсәйҙә беренсе тапҡыр ҡарт кешеләр һәм инвалидтар тиҙ арала ярҙам саҡыра алһын өсөн медицина сигнализацияһы системаһын тәҡдим иткән, 2005 йылда барлыҡҡа килгән Рәсәй стартапы[1][2][3][4][5].

Милекселәре һәм етәкселәре

Компанияға уның ойоштороусылары — Ирина Линник (коммерция директоры) һәм Сергей Купцов (гендиректор; «Ринтех» директоры) етәкселек итә[2][4].

2014 йылда капиталға Интернет-инициативаларҙы үҫтереү фонды килеп ҡушылғанға тиклем уның 43%-ы — Дмитрий Юрченко (элек — «Төймәнең» гендиректоры), Ирина Линник һәм Александр Мусиенко асҡан «А-Клевер» компанияһыныҡы; 57%-ы "Ринтех"тыҡы (АйТи) була[4].

Эшмәкәрлеге

Стартап тәүлек әйләнәһенә эшләүсе Ярҙам үҙәге менән бәйләнешкә инеү өсөн уңайлы SOS төймәһе булған телефондар, кулондар, беләҙектәр һәм башҡа ҡулайламалар тарата[1][2][4].

Колл-үҙәк белгестәре, ситуацияға, шылтыратыусының хәленә, һаулыҡ торошона ҡарап, ашығыс ярҙам йәки Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы структуралары хеҙмәткәрҙәрен йә полиция саҡырта, йә булмаһа күршеләренә, туғандарына шылтырата[2][4].

Хәүеф хәбәрҙәрен ҡабул итеүҙән тыш, «Ғүмер төймәһе» күҙәтеү аҫтындағы кешеләрҙең йығылыу осраҡтарына, әүҙемлеге кәмеүенә мониторинг яһау хеҙмәтен дә тәҡдим итә.[4]

Килем ҡулайламаларҙы һатыуҙан (2 000-10 000 һум) һәм ҡулланыусылар артабан ай һайын индереп торған түләмдәрҙән[1][2], айына 200—600 һум (2014 йылдың уртаһына), инеп тора[4]

Таратыу

«Ғүмер төймәһе» «АйТи», МТС, «Альцстор» магазины һәм башҡа компаниялар менән хеҙмәттәшлек итә[2].

МТС салондарында «Ғүмер төймәһен» һатыуҙың пилот айында планлаштырылған 150 дана урынына 11 ҡулайлама һатыла, ә сайт аша һатыу күләме көтөлгәндән 15 тапҡырға кәмерәк булып сыға[4].

«Ринтехтан» инвестиция алғас, «Ғүмер төймәһе» социаль учреждениеларға гаджеттарын һәм эйәрсән хеҙмәттәрен һатыуға кәм тигәндә дүрт дәүләт тендерында еңде, килешеүҙәрҙең дөйөм суммаһы 31 млн һумдан ашыу булды[4]. Был конкурстарҙың өсөһөн — Мәскәү ҡалаһы Халыҡты социаль яҡлау департаментының «1-се хеҙмәт ветерандары пансионаты», дүртенсеһен Түбәнге Новгород хакимиәтенең Хеҙмәт һәм халыҡ менән эшләү идаралығы иғлан иткәйне[4].

Эшмәкәрлек күрһәткестәре

2014 йылдың июнендә алынған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, 10 мең самаһы кеше системаны ҡулланыусы булып тора[2].

Компания 2014 йылдың июнендә хәбәр итеүенә ҡарағанда, проект зыянһыҙ эшләй, ә киләһе ике йыл эсендә табышҡа сығыу күҙҙә тотола[1][2].

Тарихы

Проект 2010йылдың ноябрендә Ирина Линник һәм Дмитрий Юрченко тарафынан асылған[2].

2012 йылда Рәсәйҙең «АйТи» система интеграторы төркөмөнә ингән «Ринтех» компанияһы стартапҡа 35 млн һумдан ашыу аҡса һала[1][2]. CNews мәғлүмәттәре буйынса, был раундтан һуң «Ринтех» "Ғүмер төймәһе"нең 57%-ына эйә була, шулай итеп, компанияның хаҡы 61 млн һумдан ашыуға баһалана[4].

2014 йылдың июнендә Интернет-инициативаларҙы үҫтереү фонды «Ғүмер төймәһе» проектына 45 млн һумдан ашыу аҡса һала[1][2][4].

Наградалары

Проект төрлө конкурстарҙа еңеү яулай[2].

2011 йылда компания «Йыл стартапы — 2011»-ҙең «Социаль әһәмиәтле иң яҡшы стартап» номинацияһында (Юғары иҡтисад мәктәбе версияһында) наградаға лайыҡ була, «БИТ-2011» конкурсында еңеүселәр иҫәбенә инә һәм Forbes журналының стартаптар конкурсында II урынды яулай[2][3].

2013 йылда «Секрет фирмы» журналы иң перспективалы венчур проекттары рейтингында «Ғүмер төймәһен» беренсе урынға ҡуя[2].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 «ФРИИ вложил 45 миллионов рублей в проект "Кнопка жизни"». Lenta.ru (6 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 октябрь 2014.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 Кнопка жизни. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 апрель 2015. 2014 йылдың 8 июнь көнөндә архивланған.
  3. 1 2 Приказ Министерства экономического развития РФ от 24 апреля 2013 г. N 220 "Об организации проведения конкурсного отбора субъектов Российской Федерации, бюджетам которых в 2013 году предоставляются субсидии из федерального бюджета на государственную поддержку малого и среднего предпринимательства субъектами Российской Федерации". Министерство экономического развития РФ (14 май 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 апрель 2015.
  4. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 Владислав Мещеряков. Фонд, созданный по инициативе Путина, вложил 45 млн руб. в стартап «АйТи». CNews (6 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 апрель 2015. 2014 йылдың 16 июль көнөндә архивланған.
  5. Кнопка Жизни. Медицинская сигнализация. Forbes. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 апрель 2015. 2014 йылдың 13 июль көнөндә архивланған.

Һылтанмалар