Ғәзизов Марк Наил улы

Ғәзизов Марк Наил улы (17 ғинуар 1982 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юрист. «Полипласт-Өфө» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры (2010 йылдан). Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1][2].

undefined

Биографияһы

Марк Наил улы Ғәзизов 1982 йылдың 17 ғинуарында Литва ССР-ының Таракай районы Лентварис ҡалаһында хәрби ғаиләһендә тыуа. 1992 йылда ғаилә Башҡортостанға ҡайта. 1999 йылда М. Ғәзизов Һупайлы биҫтәһендәге 127-се мәктәпте тамамлай. Юғары белемде Башҡорт дәүләт университетында ала, юрист һөнәренә эйә була (2004)[3][2].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2000 йылда «БИС филиал УМТС Служба линейно-кабельных сооружений» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә элетромонтер булып башлай.

2004 йылда «Әлшәй күсмә механизацияланған колоннаһы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт юрисы булып эшләп ала. 2004—2005 йылдарҙа «Арбитр-Консультант» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры.

2005—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығында эшләй.

2006—2009 йылдарҙа «Стройиндустрия» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт юрисы, директорҙың коммерция һәм хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары була.

2009—2010 йылдарҙа «Империалъ» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры. 2010 йылдан директор ООО «Полипласт-Өфө» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры вазифаһын биләй[1][2].

2011 йылда Башҡорт дәүләт университетында икенсе юғары белем ала, Иҡтисад факультетында уҡып, «Иҡтисад һәм предприятиела идара итеү» һөнәренә эйә була[3][2]. 2013 йылда иҡтисади идара итеү магистры дәрәжәһен ала[4].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

«Төҙөлөш материалдары һәм төҙөлөш индустрияһы етештереүселәренең дәүләт берекмәһе» ассоциацияһының Башҡортостан Республикаһындағы вәкиллеге башлығы. 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1].

Ғаиләһе

Өйләнгән, тормош иптәше менән ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләй[1].

Тема буйынса өҫтәмә