Ғәзәли Сәлимә
Ғәзәли Сәлимә (рус. Салима Гезали, франц. Salima Ghezali; 1958, Буира, Француз Алжирында тыуған) — алжир хоҡуҡ яҡлаусыһы, журналистка, яҙыусы һәм сәйәсмән. Сахаров исемендәге һәм Улоф Пальме премиялары лауреаты (1997).
Биографияһы
Ғәзәли Сәлимә 1958 йылда Француз Алжирында тыуған. 1980-се йылдарҙа ул алжир феминист хәрәкәтенә ҡушылып китә[1]. Үҙенең һүҙҙәре буйынса, уның быуынын Алжирҙың үҙаллылыҡ өсөн һуғышында ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙ һалдаттар өлгөһө илһамландыра һәм ҡатын-ҡыҙ тиң хоҡуҡлы булырға тейеш икәнлегенә инандыра[2] . Ул педагог белеме ала һәм профсоюз эшмәкәрлегенә тотона[3] .
Ғәзәли — ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары, демократия һәм кеше хоҡуҡтарын өсөн көрәш активисткаһы, «Европа һәм Мәғриб ҡатын-ҡыҙҙары» (франц. Femmes d'Europe et du Maghreb) ассоциацияһына нигеҙ һалған, Ҡатын-ҡыҙҙар үҫешенә булышлыҡ итеү ассоциацияһы президенты, NYSSA ҡатын-ҡыҙҙар журналы мөхәррире. 1993 йылда Алжир La Nation аҙналыҡ баҫмаһы мөхәррире булып китә[4][5].
1991 йылда Алжир граждандар һуғышы барышында Сәлимә Ғәзәли пацифистар позицияһында тора. La Nation кеше хоҡуҡтарын һәм һүҙ азатлығын яҡлап, хөкүмәт эшмәкәрлеген дә, исламсылар эшмәкәрлеген дә тәнҡитләп тора[4]. 1996 йылда аҙналыҡ тыйыла. 2011 йылда ул яңынан интернетта сығарыла башлай. Ғәзәли эшмәкәрлеге өсөн күп бүләктәргә лайыҡ була[4].
2017 йылдың майында Ғәзәли Социалистик көстәр фронтынан депутат итеп һайлана. 2018 йылдың 23 сентябрендә Әхмәт Ғәид Сәләхҡә асыҡ хат менән мөрәжәғәт иткәндән һуң мандатынан мәхрүм ителә[6].
Бүләктәре
- Prix du Club de la Presse (1995)
- ru:Премия имени Сахарова (1997)
- ru:Премия Улофа Пальме (1997)
- Theodor Haecker Price (1999)
Библиография
- Les amants de Shahrazade (1999)
- Jours intranquilles (2009)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Salima Ghezali
- ↑ Ghezali’s dangerous beat
- ↑ Ghezali’s dangerous beat
- ↑ 1 2 3 Salima Ghezali (фр.). 20 март 2013 тикшерелгән.
- ↑ Ghezali's dangerous beat (инг.), African Agenda.
- ↑ Template error: argument title is required. 2019 йылдың 23 сентябрь көнөндә архивланған.