Ғәйтҡолов Даян Булат улы
Даян Булат улы Ғәйтҡолов (рус. Гайткулов Даян Булатович; 1973 йылдың 29 октябре, Һарытау өлкәһе) — Рәсәй кинооператоры. Мелодрама, детектив һәм боевик жанрҙарында эшләй.
Биографияһы
1973 йылдың 29 октябрендә Һарытау өлкәһендә тыуған. Милләте — башҡорт. Өфөләге 20-се урта мәктәпте тамамлаған.
Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ кино сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу күрһәтә, фотокружокта шөғөлләнә. Ошо осорҙа уҡ уҡытыусыһы Малик Яҡшымбәтов уны үҙ төркөмөнә алып, кино төшөрөү серҙәренә өйрәтә. Мәктәпте тамамлағандан һуң, остазы кәңәше буйынса «Башҡортостан» киностудияһында эшләй башлай. Бында ул Рияз Исхаҡов етәкселегендә бер нисә фильм төшөрөүҙә ҡатнаша.
Артабан Мәскәүгә китеп, Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтының (ВГИК) операторлыҡ факультетына уҡырға инә. Институтты тамамлағандан һуң Мәскәүҙә ҡала һәм кинооператор булараҡ эшмәкәрлеген дауам итә[1].
Ижады
Даян Ғәйтҡоловтың ижади эшмәкәрлеге 2000-се йылдар башында әүҙем үҫеш ала. Уның тәүге ҙур проекты — 2004 йылда төшөрөлгән «Игра на выбывание» криминаль сериалы.
Артабан ул «Русский перевод», «Код апокалипсиса», «Все могут короли», «Ч/Б», «Розыск» кеүек фильмдар һәм сериалдар өҫтөндә эшләй.
Операторҙың иң билдәле эштәренең береһе — «Ваша честь» суд драмаһы, ул шул уҡ исемле израиль сериал мотивтары буйынса төшөрөлгән.
2002—2014 йылдарҙа ул дөйөм алғанда ундан ашыу кино һәм телевизион проектта ҡатнаша[1].
Фильмографияһы (һайланма)
«Игра на выбывание» (2004) «Русский перевод» «Код апокалипсиса» «Все могут короли» «Ч/Б» «Розыск» «Ваша честь»[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Даян Гайткулов. Видеосервис Wink. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2026.
- ↑ Даян Гайткулов. Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2026.
Сығанаҡтар
- Йәштәр традицион мәҙәниәтте аңлаһын тип эшләргә кәрәк — «Йәшлек», 2008, 22 ноябрь.
- Рияз Исхаҡов. «Беҙҙе сағылыштың режиссеры тиҙәр». — «Шоңҡар», 2011 йыл, № 4.
- Даян Гайткулов. kinopoisk.ru