Ғәлин Ғәлинур Хәлим улы
Ғәлин Ғәлинур Хәлим улы (рус. Галин Галинур Халимович; 20 август 1948 йыл) — муниципаль хеҙмәткәр, хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999)[1] һәм икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Милләте — башҡорт.
Биографияһы
Ғәлинур Хәлим улы Ғәлин 1948 йылдың 20 авгусында Башҡорт АССР-ының Ғафури районындағы Ибраһим ауылында тыуған.
Юғары белемле — 1978 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетын тамамлай.
Ғәлинур туған ауылында башланғыс белем алып, артабан Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә уҡый[2]. Хеҙмәт юлын юғары уҡыу йортона ингәнгә тиклем — 1966 йылда Ғафури районының Мәжит Ғафури исемендәге колхозында тракторсы булып башлай.
1967—1969 йылдарҙа — Совет Армияһында хеҙмәт итә.
Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, 1969 йылда ҡайтҡас Ғафури районының М.Ғафури исемендәге колхозында трактор бригадаһында иҫәпсе булып эшләй, артабан ошо уҡ хужалыҡтың һөтсөлөк фермаһына мөдир итеп тәғәйенләйҙәр[3].Шул уҡ йылда ситтән тороп Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумының зоотехния бүлегенә уҡырға инә.
1984 йылда «Ағиҙел» колхозы эшсәндәре бер тауыштан Ғәлинур Хәлим улын үҙҙәренең етәксеһе итеп һайлап ҡуя[2].
1996 йылдың көҙөндә республика Президенты М. Ғ. Рәхимовтың Указы менән Ғәлинур Хәлим улы Ғафури районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә[4]. Был вазифала ул ул2000 йылға тиклем эшләй.
Артабан хаҡлы ялға туҡтағанға тиклем төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләй.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
1997 йылдың 31 мартында Ғәлин Ғәлинур Хәлим улы Ғафури районы буйынса 43-сө Ғафури һайлау округынан Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланған[1], ә 1999 йылда иһә Ғафури районы буйынса 42-се Ғафури һайлау округынан икенсе тапҡыр республиканың закондар сығарыу юғары органына Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатлығына кандидат итеп күрһәтелгән һәм халыҡ уға ышаныс күрһәткән. Дәүләт Йыйылышы Вәкилдәр Палатаһының Сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, энергетика һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комиссияһы ағзаһы булған[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Ауыл хужалығын үҫтереү өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн уға «Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән исем бирелә, райондың үҫеше йәһәтенән башҡарған эштәре өсөн маҡтау грамоталары менән бүләкләнә[5].
Ғаиләһе
Ибраһим ауылының маһир балта оҫтаһы Хәлим Латип улы менән Миңнезифа Әблеғәфәр ҡыҙының ишле ғаиләһендә тыуып үҫкән. Уҡытыусы Лиә Хәйрулла ҡыҙы менән 3 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр[2]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 СПИСОК ДЕПУТАТОВ ПАЛАТЫ ПРЕДСТАВИТЕЛЕЙ ГОСУДАРСТВЕННОГО СОБРАНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН]
- ↑ 1 2 3 ЯҘМЫШЫМДАН ДА, ТОРМОШОМДАН ДА ҠӘНӘҒӘТМЕН
- ↑ Галин Галинур Халимович
- ↑ Указ Президента Республики Башкортостан О назначении Галина Г. Х. главой администрации Гафурийского района Республики Башкортостан//Газета «Советская Башкирия» N 244 (23722)от 17 декабря 1996 г
- ↑ 1 2 Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. Документы и материалы / Сост. В. Г. Азнагулов, З. Г. Хамитова. — Уфа: Башкортостан, 2005. — Т. 2. — ISBN 5-8258-0204-5
Сығанаҡтар
- Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. Документы и материалы / Сост. В. Г. Азнагулов, З. Г. Хамитова. — Уфа: Башкортостан, 2005. — Т. 2. — ISBN 5-8258-0204-5.