Ғәлләмова Зилә Марс ҡыҙы
Биографияһы
Зилә Марс ҡыҙы Ғәлләмова 1978 йылдың 21 июнендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Наурыҙ ауылында тыуа. Бала сағы Сораман һәм Учалы ауылдарында үтә.
Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм мәҙәниәте тарихы бүлеген тамамлағандан һуң, Силәбе дәүләт университетының филология һәм журналистика факультетында эш башлай һәм Силәбе өлкә башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты сығарған «Уралым», аҙаҡ Башҡортостан йәштәренең «Йәшлек» республика гәзиттәрендә журналист булып эшләй[3].
«Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы (йыйылышы)» Силәбе өлкәһе йәмәғәт ойошмаһы"н ойоштороуҙа ҡатнаша (2003)[4].
Башҡортостан Республикаһы Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһының мәғлүмәт-аналитик эш бүлеге начальнигы.
Ижады
З. Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте сығарған «Нур усағы» йәштәр йыйынтығында «Күҙҙәреңә ҡарап әйткем килә» исемле тәүге китабы донъя күрә[3]. «Йәшлегем түрендә» тип аталған икенсе китабы ошо уҡ нәшриәттә 2006 йылда сыға[5].
«Каруан» төркөмө өсөн уның «Һәйкәлдәр», «Фронтовик» шиғырҙарына композитор Салауат Низаметдинов, шулай уҡ «Ирәмәл», «Һеҙ ҡайтығыҙ илгә еңеү менән» Илнур Ҡәләмов көй яҙа[2].
Ғаиләһе
Арыҫлан исемле ул үҫтерә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Бәләбәй ҡалаһында уҙғарылған «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт фестиваленең Гран-прийы (2002)[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Вручены удостоверения новым членам творческой организации
- ↑ 1 2 Творческий вечер Галлямовой Зили Марсовны
- ↑ 1 2 3 «Доғалыны үлем ала алмаҫ, Һеҙ ҡайтығыҙ илгә еңеү менән!..»
- ↑ Челябинская областная общественная организация «Курултай (собрание) башкир Челябинской области»
- ↑ Ғәлләмова, Зилә Марс — Йәшлегем тyрендә : шиғырҙар