Ҡадиров
Ҡадиров — фамилия.
- Ҡадиров Ғабдрахман Файзурахман улы (1941) — спортсы, мотоциклда боҙҙа уҙышыу буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы.
- Ҡадиров Рафаэль Рәшит улы (1957) — рәссам.
- Ҡадиров Сабир Рәхим улы (1906—1984) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының политбүлек башлығы урынбаҫары, гвардия подполковнигы.
- Ҡадирова Нәзифә Жәүәт ҡыҙы (1954) — йырсы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1987).