Ҡаев Фәрит Ғалихан улы
Ҡаев Фәрит Ғалихан улы (25 апрель 1955 йыл) — табип, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992). Мәсетле районының почётлы гражданы (2017), «Хеҙмәт ветераны» (2000), юғары категориялы табип (1992). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019)[1].
Биографияһы
Фәрит Ғалихан улы Ҡаев 1955 йылдың 25 апрелендә Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған.
1972 йылда Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен, 1978 йылда Башҡорт медицина институтының (хәҙерге Башҡорт дәүләт медицина университеты) дауалау факультетын тамамлаған.
1978—1979 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 1-се ҡала клиник дауаханаһында хирург булып эшләй.
1979 йылдан 1998 йылға тиклем Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ үҙәк дауаханаһында табип-хируг (1979—1980), баш табиптың дауалау буйынса урынбаҫары һәм бер үк ваҡытта табип-хирург (1980—1985), баш табип (1985—1996), табип-психиатр (1996—1998) булып эшләй.
1998—2012 йылдарҙа Мәсетле Балалар һәм ата-әсәләре өсөн республика пульмунология шифаханыһының баш табибы.
2012—2019 йылдарҙа Мәсетле районының «Ҡарағай» шифаханаһында баш табип булып эшләй.
Бер нисә саҡырылыш Мәсетле район Советы депутаты, ике саҡырылыш Мәсетле районы муниципаль район Советы рәйесе.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992)
- «Хеҙмәт ветераны» (2000)
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (2011)
- Мәсетле районының почётлы гражданы (2017)
- Салауат Юлаев ордены (2019)
Сығанаҡтар
- Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
Иҫкәрмәләр
- ↑ Глава Башкирии наградил мечетлинца орденом Салавата Юлаева 2019 йылдың 13 ноябрь көнөндә архивланған.