Ҡазан дәүләт ветеринария медицинаһы академияһы
Н. Э. Бауман исемендәге Ҡазан дәүләт ветеринария медицинаһы академияһы— Ҡазан ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто, Татарстан, Рәсәйҙең ветеринария йүнәлешендәге уҡыу йорттарының иң боронғоһо.
Дөйөм мәғлүмәттәр
Академия 1873 йылда Ҡазан ветеринария институты булараҡ барлыҡҡа килә. Академия структураһы 3 факультетты, 26 кафедраны, шулай уҡ дауалау-консультация үҙәген үҙ эсенә ала.
Түбәндәге йүнәлештәр буйынса әҙерлек алып барыла: Зоотехния, ауыл хужалығы продукцияһы етештереү һәм эшкәртеү технологияһы, Метрология һәм стандартлаштырыу, Ветеринар санитар экспертиза. 113 уҡытыусы иҫәпләнә.
Адресы: Ҡазан, Себер тракты, 35. Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы министрлығына буйһона. Тулы атамаһы: Юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы «Н. Э. Бауман исемендәге Ҡазан дәүләт ветеринар медицинаһы академияһы»[3], ҡыҫҡаса: ФГБОУ ВО Казанская ГАВМ.
Тарихы
Институтта ветеринар табиптарҙы уҡытыу 1874 йылда башлана. 1930 йылда институт бер факультеттан тора. 1931 йылда Бөтә Союз эпизоотик тресҡа тапшырыла һәм дүрт факультеттан тора (эпизоотологик, санитар-клиник, зоотехник һәм эшселәр факультеты). Киләһе йылда трест бөтөрөлә, әммә дүрт факультеттан торған ветеринария институты 1936 йылға тиклем йәшәй һәм СССР Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағында була. Һуңынан ике факультеты — ветеринария һәм зоотехник — берләштерелә[4]. 1984 йылда академияның фәнни секторынан Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү ветеринария институты (Ҡазан) ойоштороусылар[5].
1995 йылда Ҡазан ветеринария институты Ҡазан дәүләт ветеринар медицинаһы академияһы итеп үҙгәртелә[6]. Юғары уҡыу йорто үҙе эшләгән йылдарҙа 22 меңдән ашыу зооинженерҙар һәм ветеринария табиптары әҙерләй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ GRID Release 2017-05-22 — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ Единый государственный реестр юридических лиц
- ↑ Сведения об образовательной организации — kazanveterinary.ru
- ↑ История факультета — kazanveterinary.ru
- ↑ История. Казанская государственная академия ветеринарной медицины имени Н.Э. Баумана.
- ↑ Устав федерального государственного бюджетного образовательного учреждения высшего образования "Казанская государственная академия ветеринарной медицины имени Н. Э. Баумана". — Республика Татарстан, 2015. — С. 2. — 52 с.