Ҡазан эргәһе мәҙәниәте
Ҡазан эргәһе мәҙәниәте — бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы.
Ҡыҫҡаса белешмә
Беҙҙең эраға тиклемге XVI — IX б. ҡарай. Башҡортостанда Ҡазан эргәһе мәҙәниәте ҡомартҡылары Кама й. түбәнге ағымында, Ағиҙел й. бассейн тупланған (Кәкрекүл торамаһы, Иҫке Ҡабан торамаһы II һ. б.). Торамалар ҡылҡыу урында урынлашҡан. Күп камералы, ағас бағаналы конструкциялы һәм 2 яҡлы йәки сатыр тибындағы ҡыйыҡлы тура мөйөшлө ярым ер өйҙәр торлаҡ хеҙмәтен үтәгән; ҡайһы бер ярым ер өйҙәр үткәүел аша тоташтырылған.
Ҡазан эргәһе мәҙәниәтен өйрәнеүселәр
- А. В. Збруева
- Н. Ф. Калинин
- А. Х. Халиҡов
Сығанаҡтар
- Ҡазан эргәһе мәҙәниәте // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
- Халиков А. Х. Приказанская культура.— М., 1980 (Археология СССР. Серия: Свод археологических источников. Вып. 1—24). (рус.)