Ҡала төҙөү һәм көнкүреш музейы
Тарих
Музей КПСС-тың һәм Таганрог ҡала Советы башҡарма комитетының 1981 йылдың 3 ноябрендәге ҡарары менән Таганрог ҡалаһының тарихи һәм мәҙәни мираҫтарын популярлаштырыу һәм өйрәнеү маҡсатында 1981 йылда асылған. Музей элекке Таганрог помещиғы Е. И. Шаронов йортонда урынлашҡан. Бина 1912 йылда модерн стилендә архитектура академигы Ф. О. Шехтель. 1917 йылға тиклем йорт хужаһы И Е Шаронов булған. 1920−1922 йылдарҙа йортта ебәк ҡаршлауыҡтарын үҫтереү станцияһы була, ә 1923 йылдан алып — балалар поликлиникаһы.
Ҡала немец оккупацияһы ваҡытында был йортта Э фон Клейстың 1-се танк армияһының штабы торған[2].
1944 йылдан һуң йортта төрлө ҡала ойошмалары, шул иҫәптән КПСС-тың Орджоникидзе район комитеты урынлашҡан.
1981 йылдан алып был бинала «Таганрог ҡала төҙөлөшө һәм көнкүреш» музейы ғәмәлдә. Музейҙың экспозицияһын Л. А. Цымбал етәкселегендә эшләгәндәр.[3].
Төп экспозициянан тыш, музей әүҙем рәүештә заман рәссамдарының, һынсыларының, коллекционерҙарының күргәҙмәләрен ойоштора, үҙ залдарын төрлө күсмә күргәҙмәләр үткәрергә бирә.
Архитектураһы
Бина "модерн"стиленең ынйыһы булып тора. Уны төҙөгәндә архитектура, һынлы сәнғәт һәм скульптураларҙың синтезы ҡулланылған. Бер ярым ҡатлы бина Мәскәүҙең Ярославль вокзалына оҡшатып, ундағы кеүек үк осло башлы, бер ритмда алмашынып килеүсе төрлө тәҙрәле итеп төҙөлгән. Композиция асимметрия нигеҙендә төҙөлгән: уның һулаҡай яғы дүрт мөйөшлө бейек манаралы. Манаралары һигеҙ яҡлы сатыр формаһында. Бина башында тәүҙә йорт хужаһының инициалы булған"Е * Ш." хәрефтәре түңәрәк эсенә ҡуйылған, һуңынан ул осона флаг ҡуйылған шпилб менән алмаштырылған. 1978 йылда флаг подшипниктарға ҡуйылған һәм шунлыҡтан хәҙер һәр саҡ ел өргәндә өйөрөлөп тора.
Күргәҙмәләр үткәреү
Ҡала төҙөлөшө һәм көнкүреш музейы кинематографта
Музей етәкселәре
Һылтанмалар
- Статья о музее на Таганрог.su(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Энциклопедия Таганрога. — Таганрог: Антон, 1998. — 624 с.
- ↑ Матишов Г. Г., Афанасенко В. И., Кринко Е. Ф. Миус-фронт в Великой Отечественной войне. — Ростов-на-Дону: ЮНЦ РАН, 2010. — С. 100.
- ↑ Андреенко С. А. Цымбал Лидия Афанасьевна // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 774.
- ↑ Собств.
- ↑ Боде М. Два приношения: горькое и сладкое // Художественный журнал. — 1996. — № 9.
- ↑ Шабельников Ю. Дурицкая // Новая таганрогская газета. — 2006. — 2 дек.
- ↑ Чехова Е. Музей она любит всей душой… // Таганрогская правда. — 2014. — 21 янв.
- ↑ Собств. корр. В Таганрогском музее градостроительства и быта выберут самое креатвиное новогоднее изделие // bloknot-taganrog.ru. — 2014. — 10 дек.