Ҡарабаш шаҡылдаҡ

Ҡарабаш шаҡылдаҡ (рус. черноголовый чекан) — турғай һымаҡтар ғаиләһендәге ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Турғайҙан бер аҙ бәләкәйерәк. Ғәҙәттә, ҡойроғон өҙлөкһөҙ бәүелтеп, бейек үлән һабағында йәки ҡыуаҡ өҫтөндә ултыра. Ата ҡоштоң башы, тамағы, арҡаһы, ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара. Түше ҡыҙғылт ерән. Яурындарындағы һәм ҡанаттарындағы таптар аҡ. Ҡойроҡ төбө өҫ яҡтан сыбар аҡ. Инә ҡошта ҡара төҫ урынына — ҡуңыр. Шаҡылдаҡтан ҡара төҫө менән айырыла.

Тауышы

Тауышы көслө генә: «түи-шаҡ-шаҡ». Сырылдап һәм сутылдап һайрай

Йәшәү рәүеше

Һирәк ҡыуаҡлы ҡоро асыҡ урындарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. һирәк осрай. Ерҙә оялай. Ҡыҙғылт һипкелле 5—6 бөртөк йәшкелт зәңгәр йомортҡаһы була.

Әҙәбиәт

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө, 1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9