Ҡаратабан (ауыл)

Ҡаратаба́н — Силәбе өлкәһенең Эткүл районы составына ингән ауыл. Ҡаратабан ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Этимологияһы

Ауылдың атамаһы үҙе ярына урынлашҡан шул уҡ исемдәге күлдән алынған. Күлдең атамаһы иһә бер фараз буйынса ҡара табын тигән башҡорт ҡәбиләһе исеменән килеп сыҡҡан булыуы ихтимал[3] Шул уҡ ваҡытта күлдә табан балығы күп булып, уның тап ҡара төрө үрсегәне менән бәйле булыуы ла мөмкин[4]

Географияһы

Ауыл Ҡаратабан күле ярында урынлашҡан. Район үҙәге Эткүлгә — 17 км. Ҡаратабан ауыл биләмәһе муниципаль берәмек булып тора, ул Силәбе өлкәһенең Эткүл муниципаль районы составына инә һәм өлкә законы менән ауыл биләмәһе статусы алған. Биләмә Эткүл муниципаль районының көньяғында урынлашҡан. Көньяҡтан ул Уйылға муниципаль районы, ә төньяҡ-көнбайыштан — Беленос ауыл биләмәһе, төньяҡтан — Печенкин ауыл биләмәһе, төньяҡ-көнсығыштан — Белоус һәм Лебедь ауыл биләмәһе, көнсығыштан — Писклов ауыл биләмәһе менән сикләшә.

Рельефы — тигеҙлек (Көнбайыш Себер уйһыулығы); бейеклектәр 205-тән 222 метрға етә. Ландшафт — урманлы дала. Биләмә ерҙәрендә һай күлдәр, һаҙҙар, күлдәр тиҫтәнән ашыу, иң ҙурҙары — Дыуанкүл, Ҡаратабан, Кесе Һарыкүл, Саҡсан, Хохлатое.

Ҡаратабан ауыл биләмәһе аша «Силәбе — Октябрь» шоссе юлы үтә. Күрше ауылдарға ла юл һалынған. Ҡаратабандан район үҙәге Эткүлгә — 18 км.

Тарихынан

Ҡаратабан — Ҡаратабан ауыл биләмәһе үҙәге. Эткүл ҡәлғәһенән күсенеп сыҡҡан кешеләр урынлашҡан урында 1740 йылда барлыҡҡа килгән. Ырымбур казак ғәскәренең 11-се казак полкы Ҡаратабан станицаһы казактары малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнә, Рәсәй империяһы сиктәрен һаҡлай.

Тораҡ пункттары

Ҡаратабан ауыл биләмәһендә (2531 кеше) 6 тораҡ пункт:

  • Ҡаратабан (1400 кеше),
  • Кузнецово (81 кеше),
  • Грознецкий (164 кеше),
  • Сухоруково (403 кеше),
  • Николаевка (302 кеше),
  • Яңы Баланды (181 кеше).

Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге пай ерҙәрендә ЯАЙ «Челябинская птицефабрика» акционерҙар йәмғиәте эшләп килә. Ҡаратабанда һәм Сухоруково ауылында 1941 — 1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яҡташтарына һәйкәл ҡуйылған. Яңы Баланды 1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яҡташтары иҫтәлегенә йәшел аллея һалынған. Ҡаратабан ауыл биләмәһе территорияһында эшләп килә: «Алмас» бокс секцияһы, Ҡаратабан урта мәктәп бинаһының тренажер залы. Шуға күрә Ҡаратабан ауыл биләмәһе спортта ҙур уңыштарға өлгәшә.

Халҡы

Халҡы иҫәбе
2002[5]2010[6]
12871376

2010 йылғы йәниҫәп буйынса Ҡаратабан ауыл биләмәһендә 1376 кеше йәшәгән (617 ир-ат һәм 759 ҡатын-ҡыҙ).

Урамдары

Ауылдың 7 урамы бар[7].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 ОКТМО (урыҫ)
  2. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  3. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1](недоступная ссылка)
  4. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 291-се бит
  5. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  6. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  7. Регионы России → Челябинская обл. → Еткульский р-н → Каратабан с.

Сығанаҡтар

  • От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [2](недоступная ссылка)

Категориялар