Ҡарсыға ябалаҡ
Ҡылыҡһырлама
Ҡарғанан бәләкәйерәк. Осоп барған ҡоштоң киң ҡанаттары һәм оҙон ғына ҡойроғо күҙгә ташлана. Ҡанаттарын йыш-йыш ҡына һелтәп, шым оса. Ҡайһы ваҡыт бер урында «бейей», һырты аҡ таптар менән сыбарланған ҡара-һоро. Кәүҙәһенең аҫ яғы ҡара арҡыры тоташ һыҙыҡлы аҡ төҫтә. Күҙҙәре һары. Осҡан ҡош ҡарсығаны хәтерләтә. Ҡыҫҡа ҡойроғо, оҙон ҡанаты менән айырыла.
Тауышы
Тауышы яңғырауыҡлы: «улйүйүйү» йәки «ки-ки-ки».
Йәшәү рәүеше
Аралаш һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Ваҡ ҡоштар, сысҡандар менән •туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң генә таралған. Ағас башын¬да, һирәкләп ағас ҡыуыштарында оялай. З—4 бөртөк аҡ йомортҡаһы була.
Әҙәбиәт
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9
- Рябицев. «Птицы Урала, Приуралья и Западной Сибири». Издательство Уральского университета. 2001 г.
Һылтанмалар
- База данных «Позвоночные животные России»: ястребиная сова 2015 йылдың 10 июнь көнөндә архивланған.
- Ястребиная сова(недоступная ссылка) — видео на Internet Bird Collection
- Ястребиная сова — Cornell Lab of Ornithology
- Ястребиная сова — информация и фото на сайте Птицы Северной Дакоты
- Ястребиная сова 2007 йылдың 15 июль көнөндә архивланған. — eNature.com
- Ястребиная сова на марках
