Ҡаҙаҡбаев Әмир Ғайса улы

Әмир Ғайса улы Ҡаҙаҡбаев (рус. Казакбаев, Амир Гайсеевич1957 йылдың 9 марты, Свобода, Свобода) — Рәсәй ғалим-офтальмолоыг, юғары категориялы табип. 1999 йылдан «Еврооптик» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры. Медицина фәндәре кандидаты. Тамъян ырыуы бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Шағәле Шаҡман вариҫы.

Биографияһы

Әмир Ғайса улы Ҡаҙаҡбаев 1957 йылдың 9 мартында Башҡорт АССР-ының Күмертау районы Свобода ауылында тыуған.

1974 йылда Свобода урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Күҙ табибы дипломы алғас, 1982—1999 йылдарҙа Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, «медицина фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

1982–1999: Өфө күҙ ауырыуҙары институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, артабан күҙ микрохирургияһы бүлеге мөдире.

1992—1993 йылдарҙа күҙ микрохирургияһы бүлеге мөдире.

1999—2008 йылдарҙа Ҡытайҙа клиникалар менән идара итә (контракт буйынса).

2008 йылдан Өфөлә Доктор Ҡаҙаҡбаевтың лазерлы күҙ хирургияһы клиникаһын ойоштороусы һәм директоры[1].

Иҫкәрмәләр

  1. Казакбаев Амир Гайсеевич. Клиника лазерной хирургии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2026.