Ҡаһарманова Рәзинә Дәүләт ҡыҙы
Биографияһы
Ҡаһарманова Рәзинә Дәүләт ҡыҙы 1931 йылдың 12 ноябрендә Башҡорт АССР‑ының Благовар районы Ҡашҡалаша ауылында тыуған. 1947 йылда Ҡашҡалаша ауылы мәктәбендә 7 класты тамамлай һәм ошо уҡ йылда Башҡорт дәүләт сәнғәт училищеһының актерҙар бүлегенә уҡырға инә. 1951 йылда училищены тамамлап (К. Ф. Ғәҙелшин, В. Ғ. Ғәлимов курсы) ҡулына диплом ала. Хеҙмәт юлын Баймаҡ колхоз-совхоз театрында башлай. 1951—2004 йылдарҙа Сибай башҡорт драма театрында артист булып эшләй, бер үк ваҡытта 1975—1987 йылдарҙа театр директоры вазифаһын башҡара, республикала театрҙың абруйын күтәреп, ҙур уңыштарға өлгәшә. Рәзинә Дәүләт ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡанса арымай-талмай сәнғәт эшенә хеҙмәт итә.[1][2].
Ижади эшмәкәрлеге
Ҡаһарманова Рәзинә Дәүләт ҡыҙы илле биш йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге осоронда төрлө характерлы йөҙҙәрсә сағыу образ тыуҙыра. Ул башлыса комик ролдәр, халыҡ юморы, милли колорит менән айырылып торған образдар ижад итә.
Төп ролдәре: Сәрүәр («Башмағым»), Кисельникова («Упҡын» — «Пучина», А. Н. Островский), Фёкла Ивановна («Өйләнеү» — «Женитьба», Н. В. Гоголь) һәм башҡалар[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
1. БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1971);
2. «Почёт Билдәһе» ордены (1976);
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 [Ҡаһарманова Рәзинә Дәүләт ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.]
- ↑ Рәзинә Дәүләт ҡыҙы
Һылтанмалар
- Ҡаһарманова Рәзинә Дәүләт ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 10 ноябрь 2021)
- Рәзинә Дәүләт ҡыҙы