Ҡаһарманов Әбдразаҡ Абдрахман улы
Ҡаһарманов Әбдразаҡ Абдрахман улы (10 март 1925 йыл — 4 ғинуар 2002 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
Биографияһы
Әбдразаҡ Абдрахман улы Ҡаһарманов 1925 йылдың 10 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында кустарсы ғаиләһендә тыуған. 1941 йылда Ғәлиәкбәр мәктәбен тамамлай.
Хеҙмәт юлын «Ҡыҙыл Байраҡ» промартелендә башлай: ағас ташыу, һалабаш һалыу, мал аҙығы әҙерләү һәм ташыуҙа ҡатнаша.
1943 йылдың 3 мартында Бөйөк Ватан һуғышына алына. 11-се авиация белгестәре әҙерләү курсынла уҡый. Курсты тамамлағас, сержант дәрәжәһендә 417-се истребителдәр полкында Ҡырым ярымутрауында алыштарҙа мастер, механик була, самолеттарҙың приборҙарын һәм ҡорамалдарын хеҙмәтләндерә. Ҡырым һәм Севастополде азат итеү операцияларында ҡатнаша. 1944 йылдың 13 сенбябрендә ҡаты яраланып, госпиталдә дауаланып сыға һәм хәрби хеҙмәтен дауам итә.
1946 йылда демобилизациялана. «Ҡыҙыл Байраҡ» промартелендә етештереү мөдире, хаҡлы ялға сыҡҡансы Бөрйән леспромхозында мастер булып эшләй.
Йәмәғәт зшмәкәрлеге
- Ғәлиәкбәр ауылында мәсет төҙөү эштәрен ойоштороусыларһың береһе һәм оҙаҡ йылдар имам-хатиб вазифаһын башҡара.
Ғаиләһе
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.