Ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙары

Ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙары, фо́нд баҙары (ингл. stock market, ингл. equity market) — ҡиммәтле ҡағыҙҙар һатыу һәм алыу урыны, финанс баҙарының өлөшө.

undefined

Тарих

Ҡиммәтле ҡағыҙҙар тарихы XV—XVI быуаттарҙа башлана. Ил хөкүмәте ҡаҙнала дефицитты ҡаплау өсөн ҡиммәтле ҡағыҙҙар сығара башлай, уны эске һәм сит ил баҙарҙарында урынлаштыра. Иң беренсе биржа 1556 йылда Антверпен ҡалаһында барлыҡҡа килә. XVI быуатта сауҙа мөнәсәбәттәр эволюцияһы фонд баҙарҙы тыуҙыра.[1].

1592 йылда фонд биржалары махсус ойошмалар тип үҙгәртелә.[1].

Рәсәй биржаһы тарихы

  • 1992 йыл. «Мәскәү биржаһы» ойошторола. Асыҡ акционерҙар йәмғиәте Рәсәйҙең һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр берлегенең иң эре биржаһы. Мәскәү биржаһында көн һайын 700-ҙән ашыу ойошманың акциялары торгтарға сығарыла. Улар араһында: 2-се күмәртәләп генерициялау компанияһы (ОГК-2), Алыҫ-Көнсығыш энергетик компанияһы, Башнефть, Рәсәй селтәре, Рәсәй Һаҡлыҡ банкы, Транснефть, Фән элемтә, Русгидро, Интер РАО ЕЭС, Мечел һәм башҡалар була. Дөйөм капитализация 100 трлн. һум тәшкил итә.
  • 1993 йыл, март — Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡрамағында Ҡиммәтле ҡағыҙҙар һәм фонд биржалары буйынса федераль комиссия ойошторола[2].
  • 1996—1997 йылдар. Шәхси ҡиммәтле ҡағыҙҙар һатыу башлана.
  • 1998 йыл, августа Рәсәйҙә иҡтисад көрсөгө
  • 1999 йыл. Листинг ойоштороуы сәбәпле Рәсәй ҡиммәтле ҡағыҙҙары донъяла хаҡы иң шәп үҫкән ҡағыҙҙар тип һанала
  • 2000 йыл ММВБ-ла облигациялар ойошторола (Внешторгбанк, Гута-банк, Кредит Свисс Ферст Бостон Капитал и һ.б.).

Классификация

Классификация ысулдары

  • Ҡиммәтле ҡағыҙҙар әйләнеше буйынса
  • Ҡиммәтле ҡағыҙҙар төрө буйынса (облигациялар, акциялар, дәүләт займдары һ. Б.)
  • Башҡа күрһәткестәр буйынса

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Александр Турбанов, Александр Тютюнник. Банковское дело. Операции, технологии, управление. — М.: «Альпина Паблишер», 2010. — 688 с. — ISBN 978-5-9614-1082-2.
  • Фондовый рынок. Курс для начинающих = An Introduction to Equity Markets. — М.: «Альпина Паблишер», 2011. — 280 с. — (Reuters для финансистов). — ISBN 978-5-9614-1460-8.
  • Берзон Н. И. и др. Фондовый рынок / Под ред. проф. Н. И. Берзона. — Учебное пособие для вузов экономического профиля. — М.: Вита-Пресс, 1998. — ISBN 5-7755-0057-1.
  • Галанов В. А. Рынок ценных бумаг. — 2-е издание. — М.: Финансы и статистика, 2006. — 448 с.
  • Мошенский С. З. Рынок ценных бумаг: трансформационные процессы. — М.: Экономика, 2010. — 240 с. — ISBN 9785282030433.

Һылтанмалар



Ruble sign.svg Был — иҡтисад буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Категориялар