Ҡотлоғужин Юнир Ғәлимйән улы
Ҡотлоғужин Юнир Ғәлимйән улы (25 апрель 1958 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең беренсе секретары (2014)[1]. Башҡортостан Республикаһының 5—7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2013 йылдан).
Биографияһы
Юнир Ғәлимйән улы Ҡотлоғужин 1958 йылдың 25 апрелендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Аралбай ауылында тыуа. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлай (1990).
Хеҙмәт юлын 1980 йылда Күгәрсен районының «Октябрь» колхозында баш ветеринар врачы булып башлай.
1983—1991 йылдарҙа КПСС-тың Күгәрсен район комитеты инструкторы, «Октябрьский» совхозы парткомы секретары, КПСС-тың Күгәрсен район комитетының беренсе секретары була.
1991—1994 — йылдарҙа райондың Крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы рәйесе, 1994—2005 йылдарҙа — «Мораҡ» совхозы, «Аҡбуҙат» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры.
2005 йылдан 2010 йылға тиклем «Моторҙар эшләү идаралығы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең төҙөлөш-монтаж эштәре слесары, мастеры була. Артабан 4 йыл дауамында Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының әйҙәүсе белгес-эксперты булып эшләй.
2014 йылда Башҡортостан Президентын һайлауҙарҙа ҡатнаша.
2014 йылдан КПРФ-тың Башҡортостан республика комитетының беренсе секретары, 2015—2016 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһында КПРФ фракцияһы аппараты референты.
2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙарҙа ҡабаттан үҙ кандидатураһын ҡуя.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Күгәрсен районы советы, Өфө ҡалаһы ҡала округы советы депутаты итеп һайлана. 2013 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
Ғаиләһе
Ул, ике ҡыҙ атаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
• Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы
• Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы
• Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Почёт грамотаһы
• КПСС-тың Күгәрсен районы комитетының Почёт грамотаһы
• Күгәрсен районы башҡарма комитетының Почёт грамотаһы
• Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Рәхмәт хаттары.