Ҡушы

Ҡушы (Сре́дний (длинноно́сый) кроха́ль) (лат. Mergus serrator) — өйрәктәр ғаиләһендәге күп ваҡытын һыуҙа үткәреүсе ҡош ҡош; Төньяҡ ярымшарҙың һалҡын бүлкәтендә йәшәй торған һыу ҡоштары.

undefined

Ҡылыҡһырлама

Тышҡы күренеше

Һуна өйрәктәй. Бик яҡшы сума. Бүрке булғанлыҡтан башы ҙур күренә. Ата өйрәктең башы ҡара, һырты ҡара көрән. Муйыны, түшенең аҫ яғы, яуырындары аҡ. Түшенән ваҡ ҡына ҡара төртөктәр менән сыбарланған ерәнһыу көрән арҡыры һыҙыҡ үтә. Ҡабырғалары һоро. Инә өйрәктең башы ерән. Беленән бәләкәйерәк һәм муйынының аҡ төҫтә булыуы менән айырыла.

Тауышы

Ҡарлыҡҡан тауыш сығара:"ҡаррр-ҡаррр"

Тереклек итеүе

Балыҡҡа бай йылғаларҙа, күлдәрҙә йәшәй. Ояһы ҡая таш араларында, йылғалы ағас аҫтарында була Күсмә ҡош.Бик һирәк осрай. Ите өсөн аулайҙар.

Туҡланыуы

Балыҡ, һыу бөжәктәре һәм үҫемлектәре менән туҡлана.

Үрсеүе

8-12 бөртөк аҡһыл һары йомортҡа һала.

Әҙәбиәт

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. Өфө,1986 йыл. ИБ 3478 28.693.35 И 90

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар