Ҡыш бабай һәм йәй (йәнһүрәт)

«Ҡыш бабай һәм йәй» (рус. Дед Мороз и лето) — ҡулдан төшөрөлгән совет мультипликациялы фильм-әкиәте. Йәнһүрәттә балаларҙың Ҡыш бабайҙы[1] нисек итеп йәй менән таныштырыуы тураһында күрһәтелә.

Режиссер Валентин Караваевтың диплом (С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты) эше[2].

Сюжеты

Бер ваҡыт, Яңы йыл алдынан, Ҡыш бабай, балаларға бүләктәр һалынған ҡапсығы менән үҙенең ғәҙәти сәйәхәтенә сыға һәм осраҡлы рәүештә үҙе бер ни ҙә белмәгән йәй барлығын белеп ҡала.

Яңы йыл иртәлегендә балаларҙан йәй тураһында һорашҡас, Ҡыш бабай, ысынлап та, уның тураһында бер нәмә лә белмәгәнен аңлап ҡала. Үҙенең төньяҡтағы өйөнә ҡайтҡас, ул хәҙер, аңлайышһыҙ йәй тураһында йырлай-йырлай, бөтә яңы йыл уйынсыҡтарын үҙе аңламаған йәшел төҫкә буяй башлай. Ҡыш бабай, хатта йоҡлағанда ла һәр кемдең үҙенән көлөүе һәм наҙанлығы тураһында мәшхәр төштәр күрә. Ҡыш буйына ғазап сигеп сыға Ҡыш бабай һәм, ҡалаға барып, йәйҙе үҙ күҙҙәре менән күрергә ҡарар итә.

Эҫе мәлдә ҡалала ул үҙен насар тоя башлай, ләкин балалар был хәлдән сығыу юлын тиҙ таба: туңдырма менән һыйлайҙар ҙа, туңдырма арбаһына ултыртып, ҡала ситенә йәй күрһәтергә алып китәләр. Балалар ярҙамында йәйге тәбиғәттең бөтә матурлығын: йәшел урман, йәшел үлән, баҡа һәм күбәләктәрҙе күргәс, бәхетле Ҡыш бабай уларға туңдырма бүләк итә һәм, һауа шарына ултырып, төньяҡтағы үҙ өйөнә осоп киткән.

Баҫмалар

1990-сы йылдарҙа «Twic Lyrec» фирмаһы йәнһүрәт буйынса Александр Пожаровтың тексы менән әкиәт яҙҙырған аудиокассета сығара.

Музыка һәм йырҙар

«Мелодия» компанияһы «Йәнһүрәттәрҙән йырҙар» йыйынтығын (D-00030781 һәм башҡалар), магнитофон бобиналарында һәм компактлы «Свема» аудиокассеталарында сығара.

1992 йылдан алып был йырҙы «Апрелевка Саунд» предприятиеһы пластинкаларҙа, аудиокассеталарҙа һәм компакт-дискыларҙа, һуңыраҡ башҡа йыйынтыҡтарҙа «Мороз Рекордз», «Твик Лирек» фирмалары кассеталарҙа һәм аудиодискыларҙа, ә 1999 йылдан — MP3 дискыларында, һуңыраҡ WMA-ла сығара.

Евгений Шутов Юрий Энтин һүҙҙәренә һәм Евгений Крылтов музыкаһына «Ҡыш бабай йырын» башҡара. Йәнһүрәттә транзисторлы приёмниктан Аркадий Райкин башҡарыуында композитор Матвей Блантерҙың Владимир Лифшиц шиғырына яҙылған «Йәйге йыр» куплеты яңғырай.

Видеола нәшер итеү

Йәнһүрәт күп тапҡырVHS һәм DVD-ла йәнһүрәттәр коллекциялары итеп ҡабаттан сығарыла:

Нумизматика

2019 йылдың ноябрендә Үҙәк банк «Ҡыш бабай һәм йәй» йәнһүрәтенә арналған иҫтәлекле тәңкәләр сығара[3][4].

Әҙәбиәт

  • Ливанов Василий Борисович. Дед Мороз и лето. — М.: Самовар, 2006. — (Наши любимые мультфильмы). — ISBN 5-85066-245-6.

Иҫкәрмәләр

  1. Георгий Бородин. Образ Деда Мороза в российской анимации Архивная копия от 23 сентябрь 2015 на Wayback Machine октябрь 2007
  2. «Наши мультфильмы». — Издательская программа «Интерроса», 2006. — С. Валентин Караваев. — 352 с. — ISBN 5-91105-007-2. Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2014. Архивировано из оригинала 29 август 2007 года.
  3. О выпуске памятных монет, ЦБ РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2019. Архивировано 28 ноябрь 2019 года.
  4. О выпуске памятных монет, ВОЛОГДА.РФ

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә