Үлем манараһы (Пермь)
Тарихы
Пермь крайының эске эштәр идаралығы бинаһы 1949—1952 йылдарҙа төҙөлгән. Бинаның проекты документтары һаҡланмаған, тик 1952 йылдың июлендә архитектор А. М. Парелин проекты буйынса төҙөлгәнлеге билдәле. Бина совет монументаль классицизм стилендә төҙөлгән: биш ҡат бейеклегендәге бина Комсомол проспекты һәм Хәсән Геройҙары урамы араһындағы тотош кварталды биләй һәм 43 м бейеклектәге өс ҡатлы манараға эйә. Дөйөм алғанда, ул Мәскәүҙең бейек йорттары ҡиәфәтен хәтерләтә. Бина ҡаланың Комсомол майҙанында төп бина булып тора.
Ҡала легендаһы
Бина Пермь ҡалаһы символдарының береһе, ҡалала йүнәлеш биреүсе булып тора һәм күп һанлы ҡала легендалары объекты һәм сығанағы булараҡ киң таралған «Үлем манараһы» исемен ала. Бина Сталин хакимлығы аҙағына төҙөлөүгә ҡарамаҫтан, уны эске эштәр органдары биләй.шуға күрә ҡала легендалары бинаны 1930—1940 йылдарҙағы Сталин репрессиялары осоро менән бәйләй. Имеш-мимештәр буйынса, бина диуарҙарында уның төҙөүселәренең кәүҙәләре көпләнгән, унда тотҡондар өсөн ер аҫты камералары һәм төрмә бинаһына һәм Егошихин зыяратына тиклем ер аҫты юлдары булған, унда НКВД хеҙмәткәрҙәре ғәйепһеҙ кешеләрҙе язалағандар һәм үлтергәндәр, уларҙы манаранан ихатаға ташлағандар, бер тотҡон манаранан үҙе аҫҡа ташланған, бинала даими атыу тауыштары ишетелә — был тотҡондарҙы аталар һәм башҡалар.
Хәҙерге әҙәбиәттә.
Пермь яҙыусыһы Анатолий Субботин «Үлем манараһы» (1997 г.) тигән хикәйә яҙа, унда яҡтың эске эштәр идаралығы бинаһы Кафки стилендә фантастик ваҡиғаларҙың һәм билдәле антиутопияларҙың төп күренеше була.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Распоряжение губернатора Пермской области от 05.12.2000 N 713-р в ред. распоряжений Губернатора Пермской области от 20.05.2002 N 237-р, от 01.07.2004 N 365-р, распоряжений Правительства Пермского края от 20.04.2007 N 58-рп, от 21.09.2010 N 104-рп, от 31.12.2010 N 277-рп (http://nasledie.perm.ru/monum32.htm 2014 йылдың 25 февраль көнөндә архивланған.)
Һылтанмалар
- О. Д. Гайсин. Здание Пермского краевого УВД («Башня смерти»). Метросфера. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2015. Архивировано 2 апрель 2015 года. 2015 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған.
- Здание Пермского краевого УВД («Башня смерти»). Инфомир59. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2015.
- Абашев Владимир Васильевич. ПЕРМСКАЯ БАШНЯ СМЕРТИ: ИСТОРИЯ И ЛЕГЕНДА. Саратовский областной музей краеведения. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2015.
- Пермская «Башня смерти». Perm Krai. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2015. 2015 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |