Үмәк

Үмәк (рус. Умяк) — Удмурт һәм Татарстан Республикаларныда аҡҡан йылға, Вятка йылғаһының һул ҡушылдығы. Удмурт Республикаһының Можга, Кизнер һәм Грах райондары һәм Татарстан Республикаһының Алабуға райондары аша аға.

Географияһы

Йылға Удмуртиялағы Можга ҡалҡыулығының көньяҡ-көнбайышынан башлана. Һул яры буйында урмандар киң йәйелгән, тораҡ пункттар нигеҙҙә йылғаның уң ярында урынлашҡан. Урта һәм түбәнге ағымындағы һыубаҫар туғайҙарҙа торф һаҙлыҡтары осрай. Түбәнге ағымында йылға тигеҙлек буйлап аға һәм йылға йүнәлешенә ҡырҡа үҙгәреү хас һәм йырҙаһы ныҡ бормалы. Йылғаның уртаса һарҡыуы — 1,1 м/км, урта ағымында йырҙа киңлеге 6-10 м, түбәнге ағымында — 12-20 м сиктәрендә үҙгәрә — 2,0 м. Урта ағымында тиҙлеген арттыра — 0,2 м/с.

Тамағы Вятка йылғаһының һул ярының 45 километрында. Йылға оҙонлоғо 85 км, һыу бассейны майҙаны — 1196 км²[2].

Ҡушылдыҡтары

  • Уң — Ишек (тамағынан 65 км алыҫлыҡта), Бемыжка (57).
  • Һул — Оло Сырян (73), Яга (62), Адамка (42), Күклек(23).

Йылға буйындағы тораҡ пункттар

Тамағынан башына табан: Кесе Кармыж, Ерошкин, Решетниково, Нынек, Вишур, Поляково, Рус Куюк, Селянур, Поршур, Иҫке Ятча, Шарберд, Үмәк, Бажених ауылдары урынлашҡан.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса, Кама һыу бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Вятские Поляны ҡалаһынан алып тамағына тиклем Вятка йылғаһы. Бәләкәй йылға бассейны — Кама[2].

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010300612111100040547[2].

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр