Үрге Яна һырты
Үрге Яна һырты | |
---|---|
саха Үөһээ Дьааҥы сис хайата | |
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 1200 км |
Киңлеге | 100—250 км |
Бейек нөктәләре | |
Иң бейек түбәһе | Орулган |
Абсолют бейеклеге | 2389 м |
Урынлашыуы | |
67°00′ с. ш. 129°00′ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Саха Республикаһы |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Үрге Яна һырты (рус. Верхоянский хребет, Верхоянская горная система, саха Үөһээ Дьааҥы сис хайата) — Саха Республикаһының төньяҡ-көнсығышындағы тау теҙмәһе.
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Оҙонлоғо яҡынса 1200 км (Лена йылғаһы дельтаһынан Томпо[1] йылғаһына ҡәҙәр). Киңлеге 100 километрҙан 250 километрға тиклем.
Үрге Яна һыртының көньяҡ-көнсығыш дауамы Сетте-Дабан һырты (саха Сэттэ Дабаан) тип атала, ул рельефы һәм геологик төҙөлөшө менән айырыла. Үрге Яна һыртының төньяҡ осон Туора-Сис һәм Хараулах (саха Хара Уулаах) һырттары тәшкл итә, уларҙың бейеклеге 1000—1250 метрҙан кәмерәк. Һырттың меридиональ өлөшөндә урынлашҡан Орулган һырты (саха Орулҕан) бейек тауҙарҙан тора (уртаса бейеклеге — 2100—2300 м, иң юғары нөктәһе — 2389 м). Орулган һыртынан көнсығышҡа табан тар һәм оҙон Кулар һырты бүленеп сыға (бейеклеге — 1300 метрға тиклем)[2].
Һырт Лена һәм Алдан, Омолой, Яна һәм Индигирка йылғалары бассейндарының һыу айырғысы булып тора.
Һыртта башланған йылғалар: Мэңкэрэ, Соболоох-Майан, Үндүлүҥ, Дээнискэ, Томпо, Бытантай, Дулгалах (саха Дулҕалаах), Сартаҥ, Нельсере һ. б.
Климат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Климаты һалҡын, ҡырҡа континенталь. Уртаса температураһы: ғинуарҙа — минус 36—38°С, июлдә — плюс 12—14°С. Ҡыҫҡа йәйге осорҙа йыллыҡ тиерлек яуым-төшөм була. Иң күп яуым-төшөм (йылына 600 мм) Орулган (саха Орулҕан) һыртының көнбайыш битләүҙәрендә күҙәтелә. Күп йыллыҡ туң тау тоҡомдары бөтә урындарҙа таралған, ул тыуыш сығыуына сәбәпсе булып тора[2].
Иң бейек тау һырттарының түбәләрендә һалҡын арктик сүллек урынлашҡан. Түбәнерәк ваҡ ташлы һәм балсыҡлы тупраҡта һирәк-һаяҡ тау-тундра үҫемләктәре барлыҡҡа килә, тағы ла аҫтараҡ улар кедр слатнигы, түшәлмә ҡайын, ҡыуаҡлы ерек һәм поляр тал менән алышына. Һырттың көньяғында тау битләүҙәренең түбәнге өлөшө (800—1200 метрға тиклем) ҡарағас урмандары менән ҡаплаған.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Алдан йылғаһының уң ҡушылығы
- ↑ 2,0 2,1 Үрге Яна һырты — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Обручев С. В. Объём и содержание понятий «Хребет Черского» и «Верхоянский хребет» // Известия Государственного географического общества. 1937. Т. 69. Вып. 4. С. 512-536.
- Нижняя Лена. Верхоянский хребет (физическая карта, масштаб 1:2 500 000) // Национальный атлас России. — М.: Роскартография, 2004. — Т. 1. — С. 258—259. — 496 с. — 3000 экз. — ISBN 5-85120-217-3.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Үрге Яна һырты — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә