Үркәс (һырт)

ҮркәсБашҡортостандың Ишембай районындағы һырт. Нөгөш йылғаһының уң яҡ яры буйлап һуҙылған. Оҙонлоғо— 7 км, киңлеге— 2 км.

undefined

Иң бейек түбәһе—614, 7 км. Битләүҙәре һөҙәк. Тау тоҡомо эзбизташ һәм девон доломиттарынан тора.

Үркәстә Әрәм-Ҡоҙаш, Лапыйорт (Нөгөш ҡушылдығы) баш ала. Һырттан 6 км көнбайыштараҡ Ҡалыу-Айыры ауылы урынлашҡан, төньяҡта элек Ҡоҙаш ауылы булған. Үркәстән көнбайышта Оло Ҡалыу һырты һуҙылған.

Һырт өҫтөндә һоро тау тупрағында киң япраҡлы урмандар (уҫаҡ, ҡайын) үҫә.

«Үркәс» атамаһы башҡорт телендәге «үркәс» һүҙенән алынған."Үркәс"— дөйә үркәсе (горб), тау үркәсе (горный выступ), тауҙың дөйә үркәсенә оҡшап, ҡалҡып торған ере.[1]

Әҙәбиәт

Һылтанмалар


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

  1. [ https://kitaptar.bashkort.org/storage/books/iVH0prU9PG1vCkam1CLGHljaQSY0QnUJVyc7ck9E.pdf Словарь топонимов Баширской АССР ]