Үрнәк (совхоз, Бөрйән районы)

Тарихы

«Үрнәк» совхозы 1930 йылда Байғаҙы ауылында «Урал» колхозы булараҡ барлыҡҡа килә. 1934 йылдан — Ворошилов исемендәге колхоз тип йөрөтөлә. 1959 йылдан Сталин исемендәге колхоз (ҡара: «Ҡыҙыл таң» колхозы) составында. 1966 йылда Байғаҙы бригадаһы «Ҡыҙыл таң», ә Яңы Усман ауылы бригадаһы «Алға» колхозынан сыға һәм 2 бригада берләштерелеп, «Үрнәк» совхозы ойошторола.

1969 йылда Бөрйән совхозының Үрнәк бүлексәһе булып ҡала. Бөрйән совхозы бөтөрөлгәс, был бүлексә «Үрнәк» муниципаль унитар ауыл хужалығы предприятиеһы булып эшләй (2016 йылда бөтөрөлә).

Өҫтәп уҡығыҙ
Яңы Усман ауылы тарихынан[1]

Ҡаҙаныштары

  • Бөтә Союз социалистик ярыш еңеүсеһе, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының күсмә Ҡыҙыл Байрағы менән бүләкләнгән

Етәкселәре

Сығанаҡтар

"Бурзянский" // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 529. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.

Иҫкәрмәләр