Бөрйән (совхоз)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бөрйән» совхозы
Тип совхоз
Нигеҙләнгән йыл 1969
Ябылған йыл 1992
Урынлашыуы Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй ФедерацияһыБашҡортостан Башҡортостан
Тармаҡ Малсылыҡ
Продукция ит, һөт


«Бөрйән» совхозы — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районындағы ауыл хужалығы ойошмаһы.

«Бөрйән» совхозы 1969 йылда «Яңы юл» колхозы нигеҙендә ойошторола. Йүнәлеше ит өсөн эре мал үрсетеү була. Уның составына «Алға», «Үрнәк», «Марс», «Салауат» (Салауат исемендәге АХК) колхоздары инә.

Дөйөм ер майҙаны 12027 гектар тәшкил итә, шул иҫәптән 2021 гектар — һөрөнтө ерҙәр.

Беренсе директоры — Ғәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улы.

1992 йылдың февралендә бөтөрөлә.

  • Ғәбитов И. Ә.

"Бурзянский" // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 135. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.