Ғәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улы
Ғәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улы (25 ноябрь 1939 йыл — 20 апрель 2024 йыл) — педагог, мәғариф, комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1995—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе. РСФСР-ҙың 11-се саҡырылыш, Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш (1985—1990) Юғары Советтары һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). «Почёт Билдәһе» (1981) һәм Салауат Юлаев (2009) ордендары кавалеры. Бөрйән районының почётлы гражданы.
Биографияһы
Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов 1939 йылдың 25 ноябрендә Башҡорт АССР-ының[1] Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған[2].
1961 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының[3] физика-математика факультетын, 1972 йылда «агроном-иҡтисадсы» һөнәре буйынса Башҡортостан ауыл хужалығы институтын[4] ситтән тороп һәм 1977 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен (Мәскәү) тамамлаған[2].
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
- 1961 йыл — Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡытыусыһы[5].
- 1961—1963 йылдар — ВЛКСМ-дың Бөрйән район комитетының беренсе секретары.
- 1963—1965 йылдар — Белорет колхоз-совхоз производство идаралығының ВЛКСМ комитеты секретары, ВЛКСМ-дың Белорет район комитетының беренсе секретары[2].
- 1965—1969 йылдар — КПСС-тың Бөрйән район комитетының икенсе секретары.
- 1969—1973 йылдар — Бөрйән районы «Бөрйән» совхозы директоры.
- 1973—1975 йылдар — халыҡ депутаттарының Бөрйән район советы башҡарма комитеты рәйесе.
- 1975—1977 йылдар — КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе (Мәскәү) тыңлаусыһы[6].
- 1977—1982 йылдар — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, ойоштороу-партия бүлегенең мөдир урынбаҫары[5].
- 1982—1987 йылдар — КПСС-тың Күгәрсен һәм Хәйбулла[7] район комитеттарының беренсе секретары.
- 1987—1989 йылдар — Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары — Агросәнәғәт комитеты рәйесе.
- 1989—1990 йылдар — Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары — Агросәнәғәт берләшмәләре Союзының совет рәйесе.
- 1990—1991 йылдар — Башҡорт АССР-ы Агросәнәғәт берләшмәләре Союзының совет рәйесе.
- 1991—1995 йылдар — Башҡорт ССР-ының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры.
- 1995—2000 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимәте етәксеһе[2].
Ветеран 2024 йылдың 20 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат булды[8]. Мәрхүм менән хушлашыу 22 апрелдә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда үтте[9].
Сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге
- 1985—1990 йылдар — Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- 1987—1990 йылдар — БАССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе урынбаҫары[5].
- 1987—1990 йылдар — РСФСР-ҙың 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- 1990—1993 йылдар — Рәсәй Федерацияһының халыҡ депутаты.
- 1995—1999 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Вәкилдәр Палатаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһы Президентының ошо Палаталағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле.
- 1995—2000 йылдар — Башҡортостан Республикаһының Президент Советы ағзаһы[5].
- 2000—2010 йылдар — «Берҙәмлек» (2002 йылдан — «Берҙәм Рәсәй») Бөтөн Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең башҡарма комитеты рәйесе.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
- «Почёт Билдәһе» ордены (1981)
- Салауат Юлаев ордены (2009)
- Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы Федераль Йыйылышының Почёт грамотаһы
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы
- «фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан» юбилей миҙалы (1970)
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
- «Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә айырым өлөш индергәне өсөн» почёт билдәһе (2009)
- Бөрйән районының почётлы гражданы.
Өҫтәмә мәғлүмәттәр
- Яратҡан шөғөлдәре — музыка, саңғыла йөрөү, волейбол, шахмат, һыбай йөрөү, милли көрәш.
- Өйләнгән. Ҡатыны — Тамара Зәйләғи ҡыҙы, һөнәре менән уҡытыусы. Ғәбитовтар өс ул тәрбиәләгән:
- Ғәбитов Азат Исмәғил улы — Өфө дәүләт нефть техник университетының «Төҙөлөш ҡоролмалар» кафедраһы профессоры. Бөрйән районынан сыҡҡан беренсе техник фәндәр докторы, профессор, Кембридж университеты тарафынан 2005 йылда сығарылған китапта XXI быуаттың иң булдыҡлы ике мең интеллектуалы иҫәбенә индерелгән.
- Ғәбитов Илдар Исмәғил улы — техник фәндәр докторы, профессор, Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры.
- Ғәбитов Наил Исмәғил улы — медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Шәжәрәһе Ғәбитовтар шәжәрәһе
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
- ↑ 1 2 3 4 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ҒӘБИТОВ Исмәғил Әхмәҙулла улы (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2024)
- ↑ Артабан Башҡорт дәүләт университетының, хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы
- ↑ Хәҙер Башҡорт дәүләт аграр университеты
- ↑ 1 2 3 4 Бурзянская централизованная библиотечная система. Официальный сайт. Известные люди района / Габитов Исмагил Ахмадуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2024)
- ↑ Сайт Справочно-информационный ресурс «Кто есть кто в Республике Башкортостан». Габитов Исмагил Ахмадуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2024)
- ↑ Хайбуллинская энциклопедия. — Уфа: Башк. энцикл., 2015. — 648 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 апрель 2024)
- ↑ Скончался известный государственный деятель Башкирии Исмагил Габитов. ИА «Башинформ», 20 апреля 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 апрель 2024)
- ↑ В Уфе простились с видным государственным деятелем Исмагилом Габитовым. ИА «Башинформ», 22 апреля 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 апрель 2024)
Әҙәбиәт
- Р. Байбулатов Р. Сағыл ташта үҫкән ҡарағас. Роман-эссе.
- Г. Ишмухаметова. Человек гордых гор. Ежемесячный столичный журнал «Уфа», 2009, № 11 (96) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2024).
- М. Ҡотлоғәлләмов. Ир-егет ни күрмәй, ир күңеле ни белмәй. «Башҡортостан» гәзите, 2014 йыл 25 ноябрь.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ҒӘБИТОВ Исмәғил Әхмәҙулла улы (Тикшерелеү көнө: 22 апрель 2024)
- Хайбуллинская энциклопедия / гл. ред. Р. Х. Ибрагимов. — Уфа: Башк. энцикл., 2015. — 648 с.: ил., карты. ISBN 978-5-88185-243-6 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 апрель 2024)
- Справочно-информационный ресурс «Кто есть кто в Республике Башкортостан» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2024)
- Бурзянская централизованная библиотечная система. Официальный сайт. Известные люди района (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2024)