Ғәбитов Наил Исмәғил улы

Викидата элементы тултырылмаған

Ғәбитов Наил Исмәғил улы (22 март 1971 йыл) — табип, медицина фәндәре кандидаты (2000), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2008), Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы (2004).

Биографияһы

Наил Исмәғил улы Ғәбитов 1971 йылдың 22 мартында Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған.

Ғәбитов Наил Исмәғил улы 1994 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай.

Хеҙмәт юлы
  • 1987 йылдың апрель-сентябрь айҙарында — Мораҡ поликлиникаһының, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының ашығыс ярҙам бүлексәһе санитары.
  • 1 сентябрҙән — Өфө ҡалаһының 2-се балалар поликлиникаһы 1-се педиатрия бүлексәһе.
  • 1994 йылдан — БДМИ-ның поликлиника терапияһы кафедраһының табип-интерны.
  • 2000 һәм 2015 йылдарҙа — баш табип, 2005 йылдан — табип, 2013—2015 йылдарҙа — табип-рентгенолог, 2019 йылдан — Бөрйән үҙәк район дауаханаһының ультратауыш терапияһы табибы.

Фәнни хеҙмәттәре

Ғәбитов Наил Исмәғил улының фәнни хеҙмәттәре Башҡортостан Республикаһы халҡының төрлө төркөмдәрендә артериаль гипертензияның үҫеш факторҙарын өйрәнеүгә арналған[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Медицина фәндәре кандидаты (2000)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2008)[2]
  • Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы (2004)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар

Габитов Наиль Исмагилович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 161. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Категориялар