Ғәбитов Азат Исмәғил улы

Азат Исмәғил улы Ғәбитов (рус. Габитов Азат Исмагилович; 1962 йылдың 3 майы, Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы) — ғалим-инженер-төҙөүсе. 1984 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1998), профессор(2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006)[1].

Биографияһы

Азат Исмәғил улы Ғәбитов 1962 йылдың 3 майында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуа[1]. Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитовтың улы. 1984 йылда Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң, шунда уҡ төҙөлөш конструкциялары кафедраһында эшләй: ғилми-тикшеренеү бүлеге инженеры, аспирант, кесе ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор[2].

2024 йылда Рәсәй Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһына лайыҡ була. Бүләкте Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин тапшырҙы. Премия «Эксплуатацияланған биналар һәм ҡоролмаларҙың төҙөлөш конструкциялары нигеҙҙәренең техник торошон баһалау, тергеҙеү һәм нығытыу» тигән уҡыу әсбаптары комплексы эшләгән өсөн бирелде[3].

Фәнни тикшеренеүҙәре

Фәнни тикшеренеүҙәре төҙөлөш конструкцияларының коррозияға сыҙамлы булыуын һәм оҙайлы эшләүен һаҡлауҙа коррозия ингибиторҙары (ацеталдәр һәм уларҙың гетероаналогтары нигеҙендә) тәьҫире механизмын өйрәнеүгә арналған. Ғәбитов металдарҙы кислоталар һәм көкөртлө водород тәьҫирендәге коррозиянан һаҡлаусы юғары эффектлы ингибиторҙар етештереү технологияһын эшләй, улар “Башнефть” АНК‑нда (1998) һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа нефтехимия сәнәғәте предприятиеларында индерелә. 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 8 монография, 12 уҡыу әсбабы, юғары уҡыу йорттарының төҙөлөш белгеслектәре өсөн дәреслектәр, 15 уйлап табыу, СССР-ҙың 12 авторлыҡ таныҡлығы һәм Рәсәй Федерацияһының 4 патенты авторы.[4]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
  • Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985).

Төп хеҙмәттәре

  • Итоги и перспективы в теории и практике борьбы с коррозией. Уфа, 1998;
  • Современные системы защиты от электрохимической коррозии подземных коммуникаций. В 2 т. Т.1.
  • Катодная защита густоразветвлённой сети подземных трубопроводов. Уфа, 1999 (авторҙ.);
  • Ингибиторы коррозии. В 4 т. Т.4.
  • Теория и практика противокоррозионной защиты нефтепромыслового оборудования и трубопроводов. М., 2007 (авторҙ.)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

Марсель Кутлугалямов. Будьте счастливы, горцы / Т.Егошина;. — Уфа: Слово, 2000. — Т. 3. — С. 18.

Һылтанмалар