Үтәғолова Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы

Үтәғолова Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы (15 август 1961 йыл — Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Аҫҡар ауылы) — журналист, уҡытыусы, шағирә, БР яҙыусылар союзы һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы (2014)

Биографияһы

Үтәғолова Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы 1961 йылдың 15 авгусында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Аҫҡар ауылында тыуа. 1983 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. 1983 йылда Исламбай тулы булмаған урта мәктәбендә уҡыта башлай, бер үк ваҡытта «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһында ауыл хәбәрсеһе.
2000 — 2016 йылдарҙа Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Я. Хамматов исемендәге 22-се һанлы Башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы. Гимназияла радио тапшырыуҙар бүлеген, журналистика түңәрәге алып бара. Зөһрә Үтәғолованың шиғырҙарына Р.Сәлишев, А.Усманов, Ғ.Бирҙеғолова, Д.Солтанов, М.Ҡасимова йырҙар яҙа. 2005 — 2016 йылдарҙа «Иҙел башы» әҙәби берекмәһе рәйесе, 2017 йылдан — С. Шәрипов исемендәге «Иҙел башы» әҙәби берләшмәһе сәркәтибе). Зөһрә Үтәғолованың ҡобайыр һәм шиғырҙарының төп темалары — туған телгә һөйөү, халыҡ йолалары, тыуған яҡтың тәбиғәтен һаҡлау.

Ижады

«Юл япрағы» (2001)[1] 2022 йылдың 3 ғинуар көнөндә архивланған.
«Һыу юлы» (2009)[2] 2022 йылдың 3 ғинуар көнөндә архивланған.
«Һыу юлы» (2009) шиғырҙар йыйынтыҡтары
«Салауат вариҫтары» коллектив йыйынтығы.[3]
«Ҡунаҡ күрһәтәм». Өфө, 2013.[4] 2022 йылдың 3 ғинуар көнөндә архивланған.
«Йәнле мунсаҡ». Өфө, 2019.[5]

Маҡтаулы исемдәре

БР Яҙыусылар союзы һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы (2014).
«Илһам шишмәләре» төбәк-ара фестивале лауреаты.
«Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы» республика грантын яулаусы (2012).
БР Мәғариф министрлығының Почёт Грамотаһы. (2012).

Үтәғолова Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы тураһында публикациялар

Сығанаҡтар

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар