Һаҙ килейеге

Һаҙ килейеге, сырылдаҡ килейек, сырлауыҡ (лат. Садовая славка, лат. Sylviidae)— турғай һымаҡтар отрядендәге ҡошсоҡ.

Ҡылыҡһырлама

Турғай ҙурлыҡ. Ботаҡтар араһында һикергеләп йөрөүсе теремек ҡош. һырты һорғолт көрән, ҡанаттары ҡара-көрән. Кәүҙәһенең аҫ яғы һарғылт һоро, ҡорһағы һорғолт аҡ. һоро килейектән алһыу төҫө булмауы менән айырыла.

Тауышы

Тауышы

Тауышы киҫкен генә: «тек-тек». һайрауы яңғырауыҡлы,

Йәшәү рәүеше

undefined

сылтырап аҡҡан йылға тауышын хәтерләтә, һыу буйындағы һирәк ағастарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр, еләктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ҡыуаҡта йәки ағас ботаҡтарында оялай. Ҡыҙғылт көрән таплы 5—6 бөртөк һорғолт аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе, ҡырып, файҙа килтерә.

Әҙәбиәт

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр