Һигеҙмөйөшлөк
Һигеҙмөйөшлөк (рус. восьмерик) — архитектурала Һигеҙ ҡырлы йәки һигеҙ мөйөшлө ҡоролма йәки уның бер өлөшө[1].
Иң боронғо һигеҙ ҡырлы бина, күрәһең, беҙҙең эраға тиклем I быуат уртаһында Афинала төҙөлгән Елдәр Башняһы булғандыр. Һигеҙмөйөшлөк — ел тирмәндәре өсөн таралған күренештәрҙең береһе. Һигеҙ ҡырлы йорттар АҠШ-та бик популяр булған.
Бер тигеҙ периметрҙарҙа һигеҙ мөйөшлө форма төҙөлөш майҙанын яҡынса 20 % ҙурайтырға мөмкинлек бирә. Был ысул менән төҙөлөш материалдарын экономиялауға, ҡышҡыһын аҙыраҡ һыуыныуға һәм йәйен йылыныуға, бынан тыш яҡшыраҡ яҡтыртыуға өлгәшелә.
Дүртмөйөшлөктәге һигеҙмөйөшлөк
Дүртмөйөшлөктәге һигеҙмөйөшлөк — рус сиркәү архитектураһында таш һәм ағастан төҙөлгән бинаның популяр конструктив тибы. Аҫҡы өлөшө — куб рәүешендә булып, уның өҫтөнә бер йәки ике һигеҙмөйөшлөк урынлашыуы мөмкин, сатыр йәки көмбәҙҙәр рәүешле ослана. Рәсәйҙә бындай тип айырыуса XVII һәм XVIII быуаттарҙа (барокко заманында) таралған.
Галерея
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Дүртмөйөшлөк
Иҫкәрмәләр
- ↑ Восьмерик // Большая советская энциклопедия, 3-е изд.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |