Һоро килейек
Ҡылыҡһырлама
Турғайҙан бер аҙ бәләкәйерәк. Ҡыуаҡтарҙа һикергеләп йөрөүсе теремек ҡош. Кәүҙәһенең һырт яғы һорғолт көрән, түбәһе һоро. Яурындарында ерән ҡауырһындар бар. Кәүҙәһенең аҫ яғы алһыу аҡ. Башҡа киле-йектәрҙән яурындарындағы ерән ҡауырһындары менән айырыла.
Тауышы
Тауышы киҫкен генә: «тек-тек». Сырҡылдап һайрауын яҡынса: «Шәгүрәкәй, килеп кит, килеп кит»,— тигәнгә оҡшаталар.
Йәшәү рәүеше
Асыҡ ерҙәге ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр, көҙгөһөн еләк менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ҡыуаҡта оялай. Ҡара-көрән таплы аҡ йәки йәшкелт йомортҡалары, ғәҙәттә, 5 бөртөк була.
Әҙәбиәт
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9