Һыуһар өйө (скульптура)
Һыуһар өйө — XVII быуаттың уртаһынан алып Өфө ҡалаһының символы булған һыуһарға — арналған бронза скульптура композицияһы. Скульптура Каруанһарай эргәһендә ҡуйылған.
Тарихы
Скульптура 2010 йылдың 8 июлендә тантаналы шарттарҙа, ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ Көнөндә, күп итеп йыйылған ҡала халҡы ҡатнашлығында асыла. Композицияның авторы Башҡортостан Республикаһы рәссамдар союзы ағзаһы, Халыҡ-ара скульпторҙар конкурстары лауреаты Хәлит Галиуллин, ул Өфөлә элек асылған урам һепереүсе һәйкәленең дә авторы.
Һәйкәл «МегаФон легенда бүләк итә»[1] проекты сиктәрендә ҡуйыла һәм шунда уҡ халыҡ телендә рәсми булмаған: «Ҡайҙа эш хаҡы?» исеме ала[2].
Каруанһарайҙа ремонт эштәре үткәреү сәбәпле скульптура 2014 йылда Яҡутов исемендәге парктың көнсығыш инеү урынына күсерелә, һәм уны шунда ҡалдыралар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Домик куницы». «Мегафон». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июнь 2013. Архивировано 7 июнь 2013 года.(рус.). «Мегафон». Тәүге сығанаҡтан 2013 йылдың 17 февраль көнөндә архивланған. архивланған 7 июнь 2013. 7 июнь 2013 тикшерелгән.
- ↑ Дмитрий Колпаков. Новую скульптуру двум куницам в Уфе окрестили «Где зарплата?» Медиакорсеть (13 июль 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июнь 2013. Архивировано 7 июнь 2013 года. 2013 йылдың 8 август көнөндә архивланған.(рус.). Медиакорсеть (2010-07-13). Тәүге сығанаҡтан 2013 йылдың 8 август көнөндә архивланған. архивланған 7 июнь 2013. 7 июнь 2013 тикшерелгән.
Һылтанмалар
- В Уфе появилась новая скульптура — «Дом куницы». «Мегафон». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июнь 2013. Архивировано 7 июнь 2013 года. 2013 йылдың 7 июнь көнөндә архивланған.(рус.). «Мегафон». Тәүге сығанаҡтан 2013 йылдың 7 июнь көнөндә архивланған. архивланған 7 июнь 2013. 7 июнь 2013 тикшерелгән.