Һыу тауығы


Һыу тауығы, тәтелдәгәс (рус. Пастушок, лат. Rallus)— сыйырсыҡтан байтаҡ ҙур. Бик һаҡ эңер һәм төн ҡошо.

Ҡылыҡһырлама

Аяҡтары һәм суҡышы оҙон ғына. Атлағанда аҙым һайын текә торған ҡойроғон бәүелтә. Яҡшы йөҙә. Һырт яғы эре ҡара таплы ҡара-көрән. Тамағы һәм түше күкһел һоро. Ҡорһағы, ҡойроҡ аҫты көрән һыҙыҡлы аҡһыл һоро. Суҡышы ҡыҙыл, аяҡтары йәшкелт һары. Ҡуҡыйҙан тотош ҡыҙыл суҡышы һәм бер аҙ ҙурыраҡ булыуы менән айырыла.

Тауышы

Тауышы һүнә барған сыйылдаҡ: «выйт-выйт-выйт» һәм киҫкен: «тиңк».

Йәшәү рәүеше

Яр буйҙарындағы шырлыҡтарҙа йәшәй, һыу бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ерҙә. 7:—9 бөртөк һарғылт йәки һорғолт аҡ йомортҡаһы була. Ите өсөн аулайҙар.

Категориялар