Әбделмәнов Рим Сәлимйән улы

Рим Сәлимйән улы Әбделмәнов (рус. Абдульманов Рим Салимьянович1956 йылдың 7 сентябре, Ибраһим, Башҡорт АССР-ы) — бейеүсе. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1998). ВЭГУ доценты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры.

Биографияһы

Абдульманов Рим Сәлимйән улы 1956 йылдың 7 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Оло Ибраһим ауылында тыуған (хәҙер Башҡортостан Республикаһының шул уҡ районы Ибраһимово ауылы)[1].

1996 йылда Рәсәй театр сәнғәте академияһын тамамлаған (педагогтар Е. П. Валукин, Л. М. Таланкина).

1973 йылдан солист, 1989 йылдан Фәйзи Ғәсҡәров исемендәге Халыҡ бейеүе ансамбленең балет буйынса педагог-репетиторы[2][1].

2006—2011 йылдарҙа Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһында, 2012 йылдан М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла уҡыта. Рәсәй һәм 20-нән ашыу илдә гастролдәрҙә булған[1].

Ижады

Рим Сәлимйән улы — виртуоз, драматик бейеүсе. Әбделмәнов сәнғәтенә романтик бейеү эстетикаһын героик һәм патетик пластика элементтары менән берләштереү хас. Яңғыҙ партияларҙы «Азамат», «Гөлнәзирә», «Еҙ үксә», «Салауат», «Төньяҡ амурҙары», «Һунарсы» бейеүҙәрендә башҡара[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1998);
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989);
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1983)[1];
  • Салауат Юлаев ордены (2024))[3].

Ғаиләһе

Ҡатыны — Гүзәлиә Закир ҡыҙы Әбделмәнова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артискаһы, Фәйзи Ғәсҡәров исемендәге ансамбль ветераны.

Ҡыҙы — Флүрә Рим ҡыҙы Әбделмәнова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артискаһы, Фәйзи Ғәсҡәров исемендәге ансамбль солисы.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Абдульманов Рим Салимьянович. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
  2. Персонал ГААНТ имени Файзи Гаскарова. gaant.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026. Архивировано 3 декабрь 2013 года.
  3. Преподаватель БГПУ им. Акмуллы Рим Абдульманов награждён орденом имени Салавата Юлаева. БГПУ им. М. Акмуллы (23 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.

Һылтанмалар