Әберсә турғайы

Әберсә турғайы, баҡса турғайы (урыҫ. зеленая пересмешка)— турғай һымаҡтар отрядындағы ҡошсоҡ.

Ҡылыҡһырлама

Турғайҙан бәләкәйерәк. Ағас ботаҡтарында йәки ҡыуаҡтарҙа йөрөүсе теремек ҡош. Һырт яғы йәшкелт һоро. Ҡанат ҡауырһындарының сите аҡ ҡайыулы ҡара-көрән. Кәүҙәһенең аҫҡы яғы аҡһыл һары. Сырҡылдаҡ турғайҙан йәшкелт төҫө менән айырыла.

Тауышы

Тауышы көслө генә: «бит-бит-бит» йәки «тсе-тсе-титийит».

Йәшәү рәүеше

undefined

Төрлө ҡоштарҙың тауышына оҡшатып һайрай, һирәк ағаслы урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр, көҙгөһөн еләк-емеш менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ағас ботаҡтарында йәки ерҙә оялай. Ҡыҙғылт таплы 4—6 бөртөк алһыу йомортҡаһы була.

Әҙәбиәт

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9