Әжеғол

Әжеғол (рус. Азигулово) — Свердловск өлкәһенең Әртә ҡала округына ҡараған ауыл. Әжеғол ауыл биләмәһе составына инә[2].

Географияһы

Тораҡ пункт Өфө йылғаһының һул ярында Әртә ҡала тибындағы ҡасабанан — райондың хакимиәт үҙәгенән төньяҡ-көнбайышҡараҡ 19 километрҙа урынлашҡан[3]. Екатеринбургтан — 145 километр алыҫлыҡта ята[4].

Сәғәт поясы

Әжеғолда, бөтә Свердлов өлкәһендәге кеүек, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[5].

Тарихы

Әжеғол ауылына 1655 йылда нигеҙ һалынған. 1650-се йылдарҙа бында Аҙнабай исемле ир ғаиләһе менән урынлаша, һәм уның улы Әжеғол исеме ауыл атамаһы булып китә[3].

Халыҡ һаны

2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 685 кеше йәшәй.[6]

Иҫтәлекле урындары

Ауыл биләмәһендә мөғжизәле тәбиғәт байлығы: шыршы-аҡ шыршы ағаслыҡ участкаһы бар[3].

Инфраструктураһы

Ауылда 12 урам: Еңеүгә 30 йыл, Еңеүгә 40 йыл, Зинур Әхмәтов, Колхоз, Комсомолсы-Фронтовиктар, Урман, Туғай, Яр буйы, Таулыҡ, Яңы, Совет, Хеҙмәт урамдары[7]. Ауылда 1902 йылда нигеҙ һалынған [8][9] урта мәктәп бар[3]. Балалар баҡсаһы эшләй[10]. Мәсет тәрбиә эшенә өлөш индерә[3].

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Артинский городской округ\\Департамент информационной политики Губернатора Свердловской области 2013 йылдың 26 декабрь көнөндә архивланған.
  3. 1 2 3 4 5 Рундквист Н., Задорина О. Свердловская область. От А до Я: Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Екатеринбург: Квист, 2009. — С. 456. — ISBN 978-5-85383-392-0.
  4. Село Азигулово, Свердловская область. komandirovka.ru
  5. Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
  6. Итоги Всеросийской переписи населения 2010 года: Численность и размещение населения Свердловской области(недоступная ссылка)
  7. Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО /налоговых инспекций ФНС / адресов. Азигулово (село)(недоступная ссылка)
  8. Навигатор образования→Справочник→Школы→Средние общеобразовательные школы→село Азигулово→МКОУ «Азигуловская СОШ»
  9. Школа села Азигулово
  10. Навигатор образования→Справочник→Дошкольное образование→Детские сады→село Азигулово→Детский сад.Азигулово

Әҙәбиәт

  • Рундквист Н.А., Задорина О.В. Свердловская область. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Екатеринбург: «Квист», 2009. — 456 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-85383-392-0.

Һылтанмалар