Әлимов
Әлимов — фамилия. Әлимова вариантында ҡатын-ҡыҙ фамилияһын белдереү өсөн ҡулланыла.
- Әлимов Родион Игоревич (1998 йыл) — Рәсәй бадминтонсыһы. Парлы һәм ҡатнаш парлы разрядта сығыш яһай. Рәсәй, Европа чемпионы һәм BWF турнирҙарының күп тапҡыр еңеүсеһе. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
- Әлимов Владимир Ришат улы (1957 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, лётчик, полковник. 1975 йылдан Совет Армияһында, 1992—2008 йылдарҙа — Рәсәй Армияһында. 1986 йылда Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә, 1996 һәм 1999 йылдарҙа Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Рәсәйҙең атҡаҙанған хәрби лётчигы (2005), лётчик-снайпер (2003). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000).