Әлимов Родион Игоревич

Әлимов Родион Игоревич (1998 йылдың 21 апреле, Өфө) — Рәсәй бадминтонсыһы. Парлы һәм ҡатнаш парлы разрядта сығыш яһай. Рәсәй, Европа чемпионы һәм BWF турнирҙарының күп тапҡыр еңеүсеһе. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры[1].

Биографияһы

Родион Әлимов 1998 йылдың 21 апрелендә Өфөлә тыуған.

Бадминтон менән алты йәшенән шөғөлләнә[2]. 15-се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе. Тренеры — Э. В. Щербий[3].

2024 йылдың октябренә ҡарата мәғлүмәт буйынса, Химки ҡалаһының «Space» спорт үҙәгендә тренер булып эшләй[4].

Карьераһы

2016 йылдан бадминтон буйынса Рәсәй йыйылма командаһының төп составы ағзаһы булып тора.

Алина Дәүләтова менән ҡатнаш парлы разрядта уйнай. 2017 йылда уның менән 19 йәшкә тиклемге Европа беренселеге еңеүсеһе була. Ошо уҡ турнирҙа команда зачетында икенсе урынды ала. Шул уҡ йылда Әлимов/Дәүләтова пары Бөтә донъя йәйге универсиадала бронза миҙал яулай[5]. 2017, 2018, 2020, 2021 йылдарҙа Рәсәй кубогы еңеүселәре булалар.

2019 йылда ҡатнаш командалар араһында Европа чемпионатының бронза миҙалын яулай.

2020 һәм 2021 йылдарҙа Константин Абрамов менән ир-егеттәр араһында парлы разрядта Рәсәй кубогының алтын миҙалын яулай.

2017, 2018, 2019 йылдарҙа — Рәсәй чемпионатының көмөш призеры, 2020 һәм 2021 йылдарҙа ҡатнаш парлы разрядта Рәсәй чемпионы була[5].

2020 йылдың февралендә Европа чемпионатының бронза миҙалын яулай.

2021 йылдың майында Әлимов/Дәүләтова пары СССР һәм Рәсәй бадминтон тарихында тәүге тапҡыр ҡатнаш парлы разрядта Европа чемпионы була. 2021 йылдың декабрендә улар донъя чемпионатында ҡатнаша, әммә призлы урын яулай алмай[5].

2022 йылдың ғинуарында Һиндостандың асыҡ чемпионатында COVID-19-ға тест һөҙөмтәһе ыңғай булғанлыҡтан, уларҙы ярымфинал матчынан ситләтәләр. Шул уҡ йылдың сентябрендә ҡатнаш парлы разрядта Алина Дәүләтова менән бадминтон буйынса Спартакиада турниры еңеүсеһе була.

2024 йылдың майында ҡатнаш парлы разрядта Алина Дәүләтова менән Рәсәй кубогының алтын миҙалын яулай[6]. Октябрҙә Мария Сухова менән микста Рәсәй чемпионы була[7].

2025 йылдың сентябрендә Мәскәүҙән Максим Оглоблин менән бадминтон буйынса BWF халыҡ-ара серияһы турнирында финалда Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре спортсыларын еңә. Был — 2022 йылдан алып халыҡ-ара аренала Рәсәй бадминтонсыларының беренсе еңеүе[8].

2025 йылдың октябрендә Раменское ҡалаһындағы Рәсәй чемпионатында ир-егеттәр араһындағы парлы разрядта Максим Оглоблин (Мәскәү) менән чемпион була. Ҡатнаш парлы разрядта Алина Дәүләтова менән алтынсы тапҡыр Рәсәй чемпионатының алтын миҙалын яулай[9].

Ҡаҙаныштары

Халыҡ-ара ярыштар

Йыл Ваҡиға Уҙғарыу урыны Дисциплина Һөҙөмтә
2017 Ҡатнаш командалар араһында Европа чемпионаты Любин, Польша Ҡатнаш командалар 2
Йәйге Универсиада 2017 Тайбэй, Тайвань Ҡатнаш командалар 1
Үҫмерҙәр араһында Европа чемпионаты Мюлуз, Франция Ҡатнаш командалар 1
Ҡатнаш командалар 2
2019 Ҡатнаш командалар араһында Европа чемпионаты Копенгаген, Дания Ҡатнаш командалар 1
2020 Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында

Европа команда чемпионаты

Льевен, Франция Ир-егеттәр команда разряды 1
2021 Ҡатнаш командалар араһында Европа чемпионаты Вантаа, Финляндия Ҡатнаш командалар 1
Европа чемпионаты Киев, Украина Ҡатнаш командалар 1

BWF донъя туры

Был бөтә донъя бадминтон федерацияһы (BWF) санкциялаған элиталы бадминтон турнирҙары серияһы. Тәүге тапҡыр турнир 2018 йылда үткәрелә. BWF донъя туры World Tour Finals, Super 1000, Super 750, Super 500, Super 300 (HSBC донъя турының бер өлөшө) һәм BWF Tour Super 100 кимәлдәренә бүленә[10].

Ҡатнаш парҙар

Йыл Турнир Кимәл Партнёр Ярышташтар Иҫәп Һөҙөмтә
2019 Syed Modi International Супер 300 Рәсәй Федерацияһы Алина Дәүләтова Англия Маркус Эллис
Англия Лорен Смит
21-18, 21-16 1

BWF халыҡ-ара һынауы/серияһы

Ҡатнаш парҙар

Йыл Турнир Партнёр Ярышташтар Иҫәп Һөҙөмтә
2016 Bulgarian International Рәсәй Федерацияһы Алина Дәүләтова Рәсәй Федерацияһы Андрей Иванов
Рәсәй Федерацияһы Ксения Евгенова
Лёгкая победа 1
2016 Turkey International Рәсәй Федерацияһы Алина Дәүләтова Төркиә Мелих Тургут
Төркиә Фатма Нур Явуз
19-21, 14-21 2
2017 Estonian International Рәсәй Федерацияһы Алина Дәүләтова Рәсәй Федерацияһы Анатолий Ярцев
Рәсәй Федерацияһы Евгения Косецкая
21-8, 21-19 1
2017 Hungarian International Рәсәй Федерацияһы Алина Дәүләтова Дания Сорен Гравхольт
Швеция Луиза Эрикссон
25-23, 21-16 1
2018 Аҡ төндәр Рәсәй Федерацияһы Алина Дәүләтова Сингапур Джейсон Вонг
Сингапур Читра Путри Сари Деви
21-14, 21-19 1
2018 Hungarian International Рәсәй Федерацияһы Алина Дәүләтова Дания Джоэл Эйпе
Дания Метте Поульсен
10-21, 21-19, 10-21 2
2018 Italian International Рәсәй Федерацияһы Алина Дәүләтова Рәсәй Федерацияһы Евгений Дрёмин
Рәсәй Федерацияһы Евгения Димова
21-13, 21-16 1
2019 Аҡ төндәр Рәсәй Федерацияһы Алина Дәүләтова Ирландия Сэм Маги
Ирландия Хлоя Маги
21-16, 13-21, 21-16 1
2019 Dubai International Рәсәй Федерацияһы Алина Дәүләтова Корея республикаһы Ким Са Ранг
Корея республикаһы Ким Ха На
22-20, 21-16 1
     BWF International Challenge турниры
     BWF International Series турниры
     BWF Future Series турниры

Иҫкәрмәләр

  1. Алимов Родион Игоревич - Мастер спорта России международного класса (ингл.). msrfinfo.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ноябрь 2025.
  2. Родион Алимов | Rodion Alimov. vk.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ноябрь 2025.
  3. Алимов Родион Игоревич. infosport.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ноябрь 2025.
  4. Бадминтон, сквош и настольный теннис в Химках, Куркино - клуб Space. racketspace.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ноябрь 2025.
  5. 1 2 3 Алимов Родион — Федерация бадминтона Республики Башкортостан. badm-ufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ноябрь 2025.
  6. Кубок России 2024: итоги. badm.ru (13 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ноябрь 2025.
  7. Сирант и Косецкая стали победителями чемпионата России по бадминтону. rsport.ria.ru. РИА Новости Спорт (13 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ноябрь 2025.
  8. Радий Хабиров поздравил уфимского спортсмена с победой. bashinform.ru (3 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ноябрь 2025.
  9. Чемпионат России 2025: итоги. nfbr.ru (26 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ноябрь 2025.
  10. Sukumar, Dev Action-Packed Season Ahead! Badminton World Federation (10 ғинуар 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ноябрь 2025. Архивировано 13 ғинуар 2018 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә