Дәүләтова Алина Илгизәр ҡыҙы
Дәүләтова Алина Илгизәр ҡыҙы (1998 йылдың 17 июле, Өфө) — Рәсәй бадминтонсыһы. Парлы разрядтарҙа (ҡатнаш һәм ҡатын-ҡыҙҙар) сығыш яһай. Европа һәм БРИКС илдәре уйындары чемпионы. BWF турнирҙарының күп тапҡыр еңеүсеһе. Рәсәй чемпионы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры[1]
Биографияһы
Алина Дәүләтова 1998 йылдың 17 июлендә Өфөлә тыуа.
15-се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе[2]. Тренеры — Э. В. Щербий.
Карьераһы
2017 йылдан бадминтон буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы булып тора[2]. Парлы ҡатнаш разрядта Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең алдынғы спортсыһы.
Ҡатнаш парлы разряд
Парлы разрядта Родион Әлимов һәм Глеб Степаков менән бергә сығыш яһай.
2017 йылда 19 йәшкә тиклемге бадминтонсылар араһында Европа чемпионатында беренсе урынды яулай. Шул уҡ турнирҙа команда зачетында икенсе урынды ала.
2017 йылда — Йәйге Универсиаданың бронза призеры, 2017, 2018, 2020, 2021 йылдарҙа Рәсәй кубогы еңеүсеһе була. Дәүләтова/Әлимов пары шулай уҡ 2017 йылда — Рәсәй чемпионатының көмөш призеры һәм 2018, 2019, 2020 һәм 2021 йылдарҙа чемпион була.
2019 йылда Әлимов менән ҡатнаш командалар араһында Европа чемпионатының бронза призеры була. 2021 йылдың майында СССР һәм Рәсәй бадминтон тарихында тәүге тапҡыр ҡатнаш парлы разрядта Европа чемпионы булалар. 2021 йылдың декабрендә донъя чемпионатында ҡатнашалар, әммә призлы урын яулай алмайҙар[3].
2022 йылдың ғинуарында Әлимовтың COVID-19-ға тест һөҙөмтәһе ыңғай булғандан һуң, уларға India Open ҡатнаш парҙар турнирының ярымфиналында ҡатнашырға рөхсәт итмәйҙәр.
2024 йылдың майында Дәүләтова/Әлимов Рәсәй кубогында ҡатнаш парлы разрядта беренсе урынды яулай[4].
2024 йылда БРИКС илдәре Уйындарында Глеб Степаков менән Бобычкин/Голубева парын 2:0 иҫәбенә еңеп, беренсе урынды яулайҙар[5].
2025 йылдың октябрендә Раменское ҡалаһындағы Рәсәй чемпионатында ҡатнаш парлы разрядта Родион Әлимов менән алтынсы тапҡыр Рәсәй чемпионатының алтын миҙалын яулайҙар[6].
Ҡатын-ҡыҙҙар парлы разряды
Ҡатын-ҡыҙҙар парлы разрядында Екатерина Болотова һәм Евгения Косецкая менән берлектә сығыш яһай.
2018 йылда Дәүләтова/Болотова пары ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында Европа команда чемпионатында бронза миҙал яулай. 2019 йылда улар Европа уйындарында бронза призер була.
2021 йылда Дәүләтова/Косецкая пары Рәсәй кубогы ярыштарында алтын миҙал яулай[3].
2024 йылда БРИКС илдәре уйындарында Евгения Косецкая менән бергәләп хәл иткес осрашыуҙа Дарья Харлампович һәм Галина Лисочкинаны 2:1 иҫәбенә еңәләр[5].
2025 йылдың октябрендә Раменское ҡалаһындағы Рәсәй чемпионатында ҡатын-ҡыҙҙар араһында парлы разрядта Анастасия Аҡсурина менән бергә Анастасия Боярун/ Дарья Харлампович парын еңеп, үҙҙәренең чемпион титулын яҡлай[6].
Ҡаҙаныштары
Халыҡ-ара ярыштар
| Йыл | Ваҡиға | Уҙғарыу урыны | Дисциплина | Һөҙөмтә |
|---|---|---|---|---|
| 2017 | Ҡатнаш командалар араһында Европа чемпионаты | Любин, Польша | Ҡатнаш командалар | |
| Йәйге Универсиада 2017 | Тайбэй, Тайвань | Ҡатнаш парҙар | ||
| Үҫмерҙәр араһында бадминтон буйынса
Европа чемпионаты |
Мюлуз, Франция | Ҡатнаш парҙар | ||
| Ҡатнаш командалар | ||||
| 2018 | Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында
Европа команда чемпионаттары |
Ҡазан, Рәсәй | Ҡатын-ҡыҙҙар команда разряды | |
| 2019 | Европа уйындарында бадминтон | Минск, Беларусь | Ҡатын-ҡыҙҙар команда разряды | |
| Ҡатнаш командалар араһында Европа чемпионаты | Копенгаген, Дания | Ҡатын-ҡыҙҙар команда разряды | ||
| 2021 | Ҡатнаш командалар араһында Европа чемпионаты | Вантаа, Финляндия | Ҡатнаш командалар | |
| Европа чемпионаты | Киев, Украина | Ҡатнаш парҙар | ||
| 2024 | БРИКС илдәре Уйындары | Ҡазан, Рәсәй | Ҡатын-ҡыҙҙар команда разряды | |
| Ҡатнаш командалар |
BWF халыҡ-ара һынауы/серияһы
Ҡатын-ҡыҙҙар пары
| Йыл | Турнир | Партнёр | Ярышташтар | Иҫәп | Һөҙөмтә |
|---|---|---|---|---|---|
| 2017 | Hungarian International | 21-13, 21-19 | |||
| 2017 | Italian International | 21-18, 21-11 | |||
| 2018 | Estonian International | 21-10, 21-10 | |||
| 2018 | Hungarian International | 21-14, 21-9 | |||
| 2018 | Italian International | 21-13, 14-21, 21-13 | |||
| 2019 | Azerbaijan International | 18-21, 12-21 | |||
| 2019 | Italian International | 11-21, 14-21 |
Ҡатнаш парҙар
| Йыл | Турнир | Партнёр | Ярышташтар | Иҫәп | Һөҙөмтә |
|---|---|---|---|---|---|
| 2016 | Bulgarian International | Еңел еңеү | |||
| 2016 | Turkey International | 19-21, 14-21 | |||
| 2017 | Estonian International | 21-8, 21-19 | |||
| 2017 | Hungarian International | 25-23, 21-16 | |||
| 2018 | Аҡ төндәр | 21-14, 21-19 | |||
| 2018 | Hungarian International | 10-21, 21-19, 10-21 | |||
| 2018 | Italian International | 21-13, 21-16 | |||
| 2019 | Аҡ төндәр | 21-16, 13-21, 21-16 | |||
| 2019 | Dubai International | 22-20, 21-16 |
- BWF International Challenge турниры
- BWF International Series турниры
- BWF Future Series турниры
Иҫкәрмәләр
- ↑ Давлетова Алина Ильгизаровна Статистика и аналитика развития спорта в России. msrfinfo.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ноябрь 2025.
- ↑ 1 2 Давлетова Алина Ильгизаровна. infosport.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ноябрь 2025.
- ↑ 1 2 Давлетова Алина. badm-ufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ноябрь 2025.
- ↑ Кубок России 2024: итоги. badm.ru (13 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ноябрь 2025.
- ↑ 1 2 Бадминтон. Игры БРИКС. Сирант и Косецкая победили в одиночных разрядах, Степаков и Давлетова взяли золото в смешанных парах, другие результаты (16 июнь 2024). 3 ноябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Чемпионат России 2025: итоги. nfbr.ru (26 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ноябрь 2025.