Әл-Бәйһаҡи

Әбү Бәкер Әхмәт ибн әл-Хөсәйен әл-Бәйһаҡи (ғәр. أبو بكر أحمد بن الحسين البيهقي‎; 994, Себзевар — 1066, Нишапур) — ислам ғалимы, шәфиғи мәҙһәбе фаҡиһы һәм мөхәддис.

Биографияһы

Уның тулы исеме: Әбү Бәкер Әхмәт ибн әл-Хөсәйен ибн Али ибн Муса әл-Хөсрәүжирди әл-Хөрәсәни. Иранда Нишапур ҡалаһынан 12 километр алыҫлыҡтағы әл-Бәйһаҡ районы Хөсрәүжирди ауылында тыуған. Ул 74 йәшендә Нишапурҙа вафат булған, кәүҙәһен Бәйһаҡҡа ҡайтарып ерләгәндәр.

Дини эшмәкәрлеге

Әл-Бәйһаҡи Хөрәсән, Бағдад, Әл-Күфә һәм Мәккәлә йөҙҙән ашыу уҡытыусынан белем ала. 15 йәшендә Нишапурҙа иң ҙур ғалим, ул саҡта уға һикһән йәш тирәһенә еткән әл-Хәким ән-Нишапуриҙа уҡый башлай Тик иң һәләтлеләр генә әл-Хәкимдең шәкерте була ала, һәм йәш Әл-Бәйһаҡи уның иң яҡшы шәкерттәренең береһе була. Артабан Әл-Бәйһаҡи үҙенең китаптарында әл-Хәкимдән бик күп хәҙистәр килтерә.[4].

Утыҙ йыл самаһы сәйәхәт иткәндән һуң, әл-Бәйһаҡи Бәйһаҡҡа ҡайтып, уҡытыу һәм ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Ул фиҡһ,кәләм һәм хәҙистәр буйынса бик күп китаптар яҙа[5].

Хеҙмәттәре

Ҡайһы Бер мәғлүмәттәр Буйынса Әхмәт Әл-Байхаки үҙ ғүмерендә 1000-гә яҡын хеҙмәт яҙған[6].

Иҫкәрмәләр

  1. https://www.degruyter.com/document/doi/10.1515/9783112401613-005/pdf — бит 12.
  2. Bibliothèque nationale de France Autorités BnF (фр.): асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  3. 1 2 Aḥmad ibn al-Ḥusayn Bayhaqī // Faceted Application of Subject Terminology
  4. Абубакр Дациев Имам аль-Байхаки — великий мухаддис и ученик суфиев 2013 йылдың 15 март көнөндә архивланған. islam.ru 20 февраля 2012 года
  5. Али-заде, 2007
  6. J. Robson Al-Bayhaqi, Abu Bakr Ahmad Encyclopaedia of Islam New edition

Һылтанмалар


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Тема буйынса өҫтәмә